Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфөлә Студенттар аллеяһы ултыртылды

“Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”)”Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторолған “Урманды һаҡлайыҡ” бөтә Рәсәй акцияһы Өфө урман-техник техникумы биләмәһендә үтте. Был хаҡта республиканың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Унда студенттар-урмансылар, төбәк Хөкүмәте ағзалары, федераль власть органдары вәкилдәре ҡатнашты. “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһында ҡатнашыусылар 25 шыршы ултыртып, улар йәш аллея барлыҡҡа килтерҙе. Уға “Студенттар” тигән исем бирәләр. — Бөгөнгө сара урмандар менән тотороҡло идара итеүҙе тәьмин итеү, шулай уҡ урман тармағының кадрҙар резервын булдырыу өсөн дәүләт органдары, мәғариф учреждениелары һәм урындағы берләшмәләр көстәрен берләштереү кәрәклеген раҫлай, — тине Башҡортостан республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.