Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге делегацияһы Тажикстан Республикаһына сәфәрен дауам итә. Андрей Назаров Дүшәнбе ҡалаһында Рәсәйҙең Тажикстандағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Семен Григорьев менән осрашты. Осрашыу барышында ике яҡ та сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек йүнәлештәре, мәҙәни аралашыу тураһында фекер алышты. “Рәсәй менән Тажикстан араһындағы өс тиҫтә йылдан ашыу дипломатик бәйләнештәр барышында йоғонтоло дәүләт-ара хеҙмәттәшлек буйынса бик ҙур эш башҡарылды, – тине Андрей Назаров. – Хәҙерге Рәсәй-Тажикстан бәйләнештәрен стратегик партнерлыҡ буйынса өлгө итеп алырға мөмкин”. 1998 йылда Башҡортостан Хөкүмәте менән Тажикстан Хөкүмәте араһында Сауҙа-иҡтисади һәм ғилми-техник хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү төҙөлдө. 2011 йылда Өфөлә Тажикстандың Генерал консуллығы асылды. Башҡортостан предприятиелары Тажикстан компаниялары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, бигерәк тә – химия, нефть химияһы һәм ағас эшкәртеү продукциялары буйынса.
Андрей Назаров Рәсәйҙең Тажикстандағы илсеһе менән осрашты
4 октября 20254 окт 2025
~1 мин