Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың тәрбиәгә алынған балалары айырым квота сиктәрендә бакалавриат һәм специалитет программалары буйынса бюджет формаһындағы уҡытыу студенттары була ала. Тейешле закон проектын Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Әлеге ваҡытта юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн льготалар хәрбиҙәр һәм уларҙың балалары өсөн ғәмәлдә. Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин һүҙҙәренсә, ярҙам сараһын тәрбиәгә алған улына йәки ҡыҙына ла булдырырға кәрәк. – Уларҙы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы баланың үгәй атаһы булған ғаиләләргә лә булдырыу дөрөҫ булыр, – тип билдәләне Вячеслав Володин. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандары Президент Владимир Путин һәм “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды хеҙмәткәрҙәре менән осрашҡанда ошондай ярҙам сараһы тураһында һораны, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Рәсәй Федерацияһы парламентының түбәнге палатаһында. Өҫтәп үтәйек, Башҡортостанда махсус хәрби оперцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә. Рәмилә
Яңы закон тәрбиәгә алынған балаларҙың хоҡуғын яҡлай
24 сентября 202524 сен 2025
~1 мин