Найти в Дзене

Мөмкинлектән файҙаланығыҙ!

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 22– 28 сентябрҙә Диспансерлаштырыуҙың һәм профилактик тикшереүҙәрҙең мөһимлеге тураһында мәғлүмәт биреү аҙнаһы тип иғлан итте. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы билдәләүенсә, сәләмәтлеккә яуаплы мөнәсәбәт түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала: сәләмәт йәшәү рәүешен күҙәтеү, һаулығыңа мониторинг яһау; аҙыҡ-түлекте яуаплы рәүештә файҙаланыу, дарыу препараттарын дөрөҫ һаҡлау һәм файҙаланыу. Сәләмәтлегеңде иҫкәртеү тикшереүҙәре һәм диспансерлаштырыу ярҙамында күп сирҙәрҙе иртә асыҡларға мөмкин. Рәсәйҙә 2013 йылдан алып халыҡты диспансерлаштырыу мотлаҡ медицина страховкалау системаһына индерелде. Йылдан-йыл был иҫкәртеү сараһынан файҙаланыусылар арта. Башҡортостан халҡы ла диспансерлаштырыуҙың мөһимлеген нығыраҡ аңлай һәм баһалай башлаған кеүек. Республика поликлиникаларында йыл да халыҡты планға ярашлы диспансерлаштырыу дауам итә. Профилактика маҡсатында үткәрелгән был медицина тикшереүе төрлө сирҙәрҙе, хатта кеше үҙе лә һиҙмәгән ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡларға яр

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 22– 28 сентябрҙә Диспансерлаштырыуҙың һәм профилактик тикшереүҙәрҙең мөһимлеге тураһында мәғлүмәт биреү аҙнаһы тип иғлан итте. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы билдәләүенсә, сәләмәтлеккә яуаплы мөнәсәбәт түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала: сәләмәт йәшәү рәүешен күҙәтеү, һаулығыңа мониторинг яһау; аҙыҡ-түлекте яуаплы рәүештә файҙаланыу, дарыу препараттарын дөрөҫ һаҡлау һәм файҙаланыу. Сәләмәтлегеңде иҫкәртеү тикшереүҙәре һәм диспансерлаштырыу ярҙамында күп сирҙәрҙе иртә асыҡларға мөмкин. Рәсәйҙә 2013 йылдан алып халыҡты диспансерлаштырыу мотлаҡ медицина страховкалау системаһына индерелде. Йылдан-йыл был иҫкәртеү сараһынан файҙаланыусылар арта. Башҡортостан халҡы ла диспансерлаштырыуҙың мөһимлеген нығыраҡ аңлай һәм баһалай башлаған кеүек. Республика поликлиникаларында йыл да халыҡты планға ярашлы диспансерлаштырыу дауам итә. Профилактика маҡсатында үткәрелгән был медицина тикшереүе төрлө сирҙәрҙе, хатта кеше үҙе лә һиҙмәгән ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡларға ярҙам итә. 2024 йылда Рәсәйҙә репродуктив сәләмәтлекте баһалау буйынса хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләрҙе диспансерлаштырыуҙың старт алыуы мөһим ваҡиға булды. Ул репродуктив потенциалды ваҡытында билдәләргә, асыҡланған сирҙе дауаларға, йөклөлөккә һәм сабый тыуыуына әҙерләнергә ярҙам итә. Демография өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте халыҡты һаҡлау принциптарына нигеҙләнә. Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау, шулай уҡ граждандарҙың репродуктив сәләмәтлеген нығытыу яңы “Ғаилә” федераль проектының төп йүнәлештәренең береһенә әүерелде. Репродуктив сәләмәтлекте диспансерлаштырыу программаһы алты йыл дауамында барасаҡ һәм 18 йәштән 49 йәшкә тиклемге өлкәндәрҙең 30 процентын тикшерергә мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәғәриф һәм фән министрлыҡтарына, муниципалитеттар хакимиәттәренә хеҙмәт һәм студент коллективтары араһында репродуктив диспансерлаштырыуҙы үткәреү буйынса көстө тупларға ҡарар ителде. 2025 йылдың 1 ғинуарынан эш башлаған “Ғаилә” милли проекты илдәге демографик хәл һәм матди ярҙамдың етешмәүе менән бәйле ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәсәк. Республикала диспансерлаштырыу һәм иҫкәртеү медицина тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә йоғошло булмаған күп сирҙәр асыҡланыуҙан тыш, граждандарҙың инвалид булып ҡалыу осраҡтары ла кәмей. Мотлаҡ медицина страховкаһы системаһы буйынса хеҙмәт күрһәтеүсе учреждениелар сирҙе иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек биргән заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Әлбиттә, үҙеңдең һәм яҡындарыңдың һаулығы өсөн социаль яуаплылыҡ һәр кемдең иңендә ята. Диспансерлаштырыуҙы тиҙерәк һәм һөҙөмтәле үтеү өсөн, һис шикһеҙ, яҡшы йыһазландырылған яңы заманса медицина учреждениелары кәрәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың әйтеүенсә, йүнәлеш билдәләнгән, быйыл тағы тәүге медицина звеноһын яңыртыу өсөн алты поликлиника төҙөләсәк. Диспансерлаштырыуҙы Башҡортостандың ҡулында Мотлаҡ медицина страховка полисы булған, 18 йәше тулған һәр гражданы бушлай үтә ала. Был сара ике мөһим бурысты үтәй: беренсеһе – ҡан әйләнеше системаһы, яман шеш, шәкәр диабеты һәм хроник үпкә сирҙәрен иртә асыҡлау. Тап ошо патологиялар йышыраҡ инвалидлыҡ һәм иртә үлем осраҡтары сәбәбе булып тора. Икенсе бурыс – сирҙәрҙең төп хәүеф факторҙарын асыҡлауһәм көрәшеү. Бында һүҙ юғары ҡан баҫымы, холестерин һәм глюкоза кимәле, насар ғәҙәттәр, һимеҙлек, аҙ хәрәкәтсәнлек тураһында бара. Өҫтәүенә диспансерлаштырыу үтеүселәргә түләүле ял көнө бирелә. Тәүге этапта ниндәйҙер проблема табылғанда, диспансерлаштырыуҙың икенсе этабын үтергә, тар белгестәргә күренергә тура киләсәк. Шуға күрә, бер ниндәй ялыу һәм сир билдәләре булмаған хәлдә лә, диспансерлаштырыуҙы мотлаҡ үтергә кәрәк. Был сараның маҡсаты – ауырыуҙарҙы мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау, тиҙ арала дауалау һәм артабан һау-сәләмәт булып, тормошҡа ҡыуанып, оҙон-оҙаҡ йәшәүгә булышлыҡ итеү. Башҡортостанда диспансерлаштырыу көн һайын 8.00-дән 20.00 сәғәткә тиклем, шәмбелә 16.00 сәғәткәсә уҙғарыла. Медицина тикшереүе үтергә ваҡыт етеүе хаҡында үҙегеҙ беркетелгән поликлиниканан йәки страховкалау компанияһынан смс-хәбәр киләсәк. Әгәр яҡын арала диспансерлаштырыу үтергә теләйһегеҙ икән, үҙегеҙ теркәү бүлегенә шылтыратып яҙылығыҙ. Барлыҡ тикшеренеүҙәрҙе үткәндән һуң табиптар диагноз ҡуя, дауалау алымдары тәҡдим итә һәм һаулыҡ төркөмөн билдәләй: I төркөм – тулыһынса һау-сәләмәт, хроник сирҙәре йәки уларҙың үҫешенә булышлыҡ иткәндәй факторҙар булмаған кеше. II төркөм – сир барлыҡҡа килтерерлек факторҙар бар, уларҙы бөтөрөү талап ителә. III төркөм – дауалау талап ителгән сирҙәр бар. Был осраҡта пациентҡа диспансер күҙәтеүе тәғәйенләнә. Тикшереү һөҙөмтәләренә бәйле барлыҡ мәғлүмәт Һаулыҡ паспортына индерелә. 2024 йылда үткәрелгән диспансерлаштырыу һөҙөмтәһе менән танышҡандан һуң күп кенә кешеләрҙең сәләмәтлегендә етди проблемалар булыуы асыҡланған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 402 меңдән ашыу кешелә тәү тапҡыр төрлө сирҙәр асыҡланған. Диспансерлаштырыу ваҡытында 1,9 миллиондан ашыу өлкән кеше тикшереү үткән. 355 мең кеше диспансер иҫәбенә ҡуйылған. Тимәк, улар даими табип күҙәтеүендә булырға тейеш. Иң киң таралған ауырыуҙар иҫәбендә – йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу, шәкәр диабеты һәм онкология сирҙәре. Бындай һөҙөмтәнән һуң диспансерлаштырыуҙың мөһимлеге тураһында артыҡ иҫкә төшөрөүҙең кәрәге юҡтыр ҙа кеүек. Тап даими тикшереү һөҙөмтәһендә сирҙәрҙе иртә асыҡлап, яҡшы дауаларға, һауығыу мөмкинлеген арттырырға, өҙлөгөүҙәрҙе кәметергә һәм тормош сифатын яҡшыртырға мөмкин. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.