Бәләбәй егете Илдарҙың махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүенә теүәл өс йыл. Ул – өлөшләтә мобилизация буйынса юлланған яугирҙәрҙең береһе. Уларҙың расчетының төп бурысы – һауала ҡаршы оборона тотоу. Орудие уҡсыһы булараҡ, Илдарҙың иңенә лә яуаплы бурыстар йөкмәтелгән. Бәләбәй яугире үҙенә “Муравей” тигән позывной алған. Уның тарихын Илдар ҡыҙыҡ итеп һөйләне: – Тыныс тормошта арыу уҡ ваҡыт сервиста эшләнем. Бер мәл ҙур-ҙур баҫҡыстарҙы ташырға ҡуштылар. Йөкмәп алам да тейешле урынға илтеп һалам. Мине ошо эш барышында күргән иптәштәрем “Муравей” тип шаяртты. Ҡырмыҫҡалар ҙа үҙҙәренән оло йөктө әллә ҡайҙарға ташый ала бит. Бына шулай, әлеге ҡушамат миңә йәбеште лә ҡуйҙы. МХО-ға юлланғас та, позывной уйлап торорға кәрәкмәне. Махсус хәрби операция башланғанға тиклем Илдар өс йыл контракт буйынса хәрби хеҙмәттә була. “Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, мине лә саҡырырҙар, тип уйланым һәм ниндәйҙер кимәлдә быға әҙер инем. Шуға күрә был яңылыҡты тыныс ҡабул иттем”, – ти “Муравей”. Ул башта Һары