Туймазылағы “Велес” мебель фабрикаһы һаҡсыл технологиялар ярҙамында етештереү күләмен 23 процентҡа арттырған, тип хәбәр итәләр республика Хөкүмәтенән. Өҫтәүенә етештереү ваҡыты – 33, тамамланмаған етештереү 28 процентҡа аҙайған. Төбәк компетенциялар үҙәге белгестәренең предприятиелағы эш һөҙөмтәләре был. “Велес”ҡа һаҡсыл технологиялар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы булдырылған “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) нигеҙендә индерелгән. – Предприятиела төп үҙгәрештәр етештереү киңлегенә һәм логистикаға ҡағылды. Улар тотҡарлыҡтарҙы кәметеүгә, эштең һығылмалылығын күтәреүгә йоғонто яһаны, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инновациялы сәйәсәт министры Рөстәм Моратов. Проект нигеҙендә предприятиеның 90 хеҙмәткәре һаҡсыл етештереүҙең туғыҙ йүнәлеше буйынса уҡытылған. “Ҡорамалдарҙың 75 проценттан ашыуын ҡулайлаштырҙыҡ, һөҙөмтәлә эстә бер урындан икен