Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бәләбәйҙә экологик акция үтте

Башҡортостандың Бәләбәй ҡалаһында “Таҙа уйындар” экологик акцияһы үтте, тип хәбәр иттеләр Бәләбәй районы хакимиәтендә. Сара “Экологик именлек” милли проектын (национальный проект “Экологическое благополучие”) тормошҡа ашырыу барышында үтте. Сарала өс урындағы колледж: гуманитар-техник, медицина һәм механизациялау һәм электрлаштырыу колледжы уҡыусылары ҡатнашты. Улар “Һаулыҡ һуҡмағы” урман паркында эшләгән. Акция квест форматында үтә: ҡатнашыусылар пластик шешәләр, ҡағыҙ һәм башҡа сүп-сар йыйып, йыйыштырыуҙы ярышҡа әйләндерә. Иң әүҙем ирекмәндәр иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар алды. – Ҡаланың таҙалығы – ул һәр кемдең хәстәрлеге. Бындай экологик акциялар йәштәрҙә экологик мәҙәниәтте формалаштырыуҙа һәм тирә-яҡ мөхитте бысратыу проблемаларына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеүҙә мөһим роль уйнай, – тип билдәләне Бәләбәй хакимиәтенең йәштәр бүлеге начальнигы Ләйсән Зарипова. “Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы

Башҡортостандың Бәләбәй ҡалаһында “Таҙа уйындар” экологик акцияһы үтте, тип хәбәр иттеләр Бәләбәй районы хакимиәтендә. Сара “Экологик именлек” милли проектын (национальный проект “Экологическое благополучие”) тормошҡа ашырыу барышында үтте. Сарала өс урындағы колледж: гуманитар-техник, медицина һәм механизациялау һәм электрлаштырыу колледжы уҡыусылары ҡатнашты. Улар “Һаулыҡ һуҡмағы” урман паркында эшләгән. Акция квест форматында үтә: ҡатнашыусылар пластик шешәләр, ҡағыҙ һәм башҡа сүп-сар йыйып, йыйыштырыуҙы ярышҡа әйләндерә. Иң әүҙем ирекмәндәр иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар алды. – Ҡаланың таҙалығы – ул һәр кемдең хәстәрлеге. Бындай экологик акциялар йәштәрҙә экологик мәҙәниәтте формалаштырыуҙа һәм тирә-яҡ мөхитте бысратыу проблемаларына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеүҙә мөһим роль уйнай, – тип билдәләне Бәләбәй хакимиәтенең йәштәр бүлеге начальнигы Ләйсән Зарипова. “Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: bash.news