Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Донъя кимәлендәге боксерҙарҙың сағыу алыштарына шаһит булғың киләме?

- Республика халҡы бишенсе тапҡыр донъя кимәлендәге боксерҙарҙың сағыу алыштарына шаһит булыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ғәҙәттәгесә, беҙҙе спортсыларыбыҙ - Артур Собханҡолов, Азалия Әминева, Бекхан Исраилов һәм Данис Ғабдрафиҡовтың сығыштары көтә. Улар республикабыҙҙа йәш спортсылар өсөн өлгө булырлыҡ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтер, тип ышанам, - тине Андрей Назаров. Бөгөнгө көндә республикала 9100-ҙән ашыу кеше даими рәүештә бокс менән шөғөлләнә. Төбәктең 43 спорт ойошмаһында 3 меңдән ашыу спортсы шөғөлләнә, улар менән 93 тренер эшләй, шуларҙың дүрте - Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Башҡортостан спортсыларынан тыш, Профессиональ бокс кисендә донъяның алты иленән 12 боксер ҡатнаша. - Ойоштороу мәсьәләләре тулыһынса хәл ителгән. Федераль каналда тура тапшырыу алып барыласаҡ. Бөтә спортсылар менән килешеүҙәр төҙөлгән, - тип һөйләне үҙенең доклады барышында Рәсәй Бокс федерацияһының генераль секретары урынбаҫары Сергей Стрелков. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - БР

- Республика халҡы бишенсе тапҡыр донъя кимәлендәге боксерҙарҙың сағыу алыштарына шаһит булыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ғәҙәттәгесә, беҙҙе спортсыларыбыҙ - Артур Собханҡолов, Азалия Әминева, Бекхан Исраилов һәм Данис Ғабдрафиҡовтың сығыштары көтә. Улар республикабыҙҙа йәш спортсылар өсөн өлгө булырлыҡ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтер, тип ышанам, - тине Андрей Назаров. Бөгөнгө көндә республикала 9100-ҙән ашыу кеше даими рәүештә бокс менән шөғөлләнә. Төбәктең 43 спорт ойошмаһында 3 меңдән ашыу спортсы шөғөлләнә, улар менән 93 тренер эшләй, шуларҙың дүрте - Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Башҡортостан спортсыларынан тыш, Профессиональ бокс кисендә донъяның алты иленән 12 боксер ҡатнаша. - Ойоштороу мәсьәләләре тулыһынса хәл ителгән. Федераль каналда тура тапшырыу алып барыласаҡ. Бөтә спортсылар менән килешеүҙәр төҙөлгән, - тип һөйләне үҙенең доклады барышында Рәсәй Бокс федерацияһының генераль секретары урынбаҫары Сергей Стрелков. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - БР спорт министры Руслан Хәбибов һөйләүенсә, "IBA. Чемпиондар төнө" халыҡ-ара кимәлдәге спорт ваҡиғаларының береһе булып тора. - Башҡортостандан рингка профессиональ боксерҙар исемлегенә ингән алдынғы спортсыларыбыҙ сығасаҡ. Уларҙың һәр алышы, һәр дәғүәсе - ул ысын шоу, - тип билдәләне Руслан Хәбибов. Сараға әҙерлек буйынса ойоштороу комитетын уҙғарыу барышында Андрей Назаров спорт ойошмалары һәм профилле ведомстволар вәкилдәренең йәмәғәт именлеге, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, санитар-эпидемиологик контроль, логистика мәсьәләләре буйынса докладтарын тыңланы. Фекер алышыу аҙағында төбәк Министрҙар кабинеты етәксеһе бөтә яуаплы структураларға “IBA. Чемпиондар төнө”нә әҙерлекте күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, иғтибарлы булырға ҡушты.