Дәүләт ярҙамы Башҡортостан предприятиеһына үҙенең матди-техник базаһын яңыртырға мөмкинлек бирҙе . Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһы "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад"(национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡтан "Железобетонный Завод" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ете миллион һумлыҡ фронталь тейәгес һатып алыуға финанс ярҙамы күрһәткән. Күрһәтелгән ярҙам күләме 4,9 миллион һум тәшкил иткән, ә финанслау осоро - дүрт йыл. Был турала республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә. "Башҡортостанда льготалы лизинг механизмы ҙур ихтыяж менән файҙалана һәм төп фондтарын модернизациялауҙы планлаштырған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн сығымдарҙы кәметеүгә йүнәлтелгән", - тип билдәләне Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. “Железобетонный Завод” ЯСЙ -те тимер-бетон һәм бетон изделиелар етештереү менән шөғөлләнә. Бетон һәм иретмәне һөҙөмтәле етештереү өсөн иретмә-бетон агрегат б
Башҡортостан предприятиеһы үҙенең матди-техник базаһын яңыртҡан
3 сентября 20253 сен 2025
1 мин