Күп йылдар инде Учалы районының Ҡотой халҡын яратып «Ҡотой фырттары» тип йөрөтәләр. Икенсе төрлө әйткәндә, фырт «текә», «шәп», «модалы» тигәнде аңлата. Был ҡушамат уларҙың яҡын-тирәлә үҙенсәлекле тип һаналғанына күрә нығынып ҡала. Тик Ҡотойҙа тулы мәктәп, кино күрһәтеү клубы, өс ауылды хеҙмәтләндергән китапхана, медпункт, быуа, хатта ҡасандыр һыу тирмәне эшләгән. Бынан тыш, ауылда һәр ваҡыт тәрән белемле, интеллигент кешеләр йәшәгән, спортта ла һәр ваҡыт иң яҡшылар иҫәбендә булалар. Һуңғы йылдарҙа Ҡотойҙа халыҡ-ара "Олотау йыйыны" турниры үткәрелеп килә. Ә 11 октябрҙә - Башҡортостан Республикаһы көнөндә - бында тәүге тапҡыр "Ҡотой фырттары" футбол турниры үтәсәк.Был үҙенсәлекле турнирҙа Ҡотой ауылы менән туранан-тура бәйләнеше булған яҡташтар ҡатнаша ала. Һүҙ Ҡотой ауылында тыуып үҫкән, урындағы мәктәптә уҡыған йәки ата-әсәһе, олатай-өләсәйҙәре тыумышы менән Ҡотой ауылынан булған төрлө йәштәге кешеләр хаҡында бара.Футбол турнирында һигеҙ команда ҡатнашыуы планлаштырыла: Ҡотой-1 – 1950