Найти в Дзене

Бер нисә компания еңеүсе тип табылды

Яңыраҡ Сыуаш Республикаһында аҙыҡ-түлек һәм агросәнәғәт тармағы компаниялары өсөн Халыҡ-ара һатып алыу сессияһы тамамланды. Ике көн эсендә Ҡытайҙан, Ҡаҙағстандан һәм Үзбәкстандан сит ил байерҙары менән һөйләшеүҙәрҙә Башҡортостан предприятиелары төбәк продукцияһының конкурентлыҡҡа һәләтле булыуын һәм Рәсәйҙән ситтә талап ителеүен иҫбатланы. “БашЭксКом” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ете һөҙөмтәле осрашыу үткәрҙе. Бешекләнгән ҡарабойҙай ярмаһы һәм он менән тәьмин итеү айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Ҡытай уҙаҡташтары фекер алышыуҙар менән генә сикләнмәгән, ә эшлекле һөйләшеүгә күсеп, логистиканы өйрәнә башлаған, был иһә киләсәк хеҙмәттәшлеккә нигеҙҙе тәьмин итеүгә яҡшы аҙым. А.Р. Минһажев крәҫтиән (фермер) хужалығы һөйләшеүҙәр йомғаҡтары буйынса презентация материалдарына һәм коммерция тәҡдименә белешмәләр һораған. “РОМТО” компанияһы һигеҙ осрашыу үткәрә: Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан тауарҙар өлгөһөн һораған, Ә Ҡытай вәкилдәре шарттар тураһында фекер алышыу өсөн бәйләнештәр менән алмашҡан. – Беҙ х

Яңыраҡ Сыуаш Республикаһында аҙыҡ-түлек һәм агросәнәғәт тармағы компаниялары өсөн Халыҡ-ара һатып алыу сессияһы тамамланды. Ике көн эсендә Ҡытайҙан, Ҡаҙағстандан һәм Үзбәкстандан сит ил байерҙары менән һөйләшеүҙәрҙә Башҡортостан предприятиелары төбәк продукцияһының конкурентлыҡҡа һәләтле булыуын һәм Рәсәйҙән ситтә талап ителеүен иҫбатланы. “БашЭксКом” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ете һөҙөмтәле осрашыу үткәрҙе. Бешекләнгән ҡарабойҙай ярмаһы һәм он менән тәьмин итеү айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Ҡытай уҙаҡташтары фекер алышыуҙар менән генә сикләнмәгән, ә эшлекле һөйләшеүгә күсеп, логистиканы өйрәнә башлаған, был иһә киләсәк хеҙмәттәшлеккә нигеҙҙе тәьмин итеүгә яҡшы аҙым. А.Р. Минһажев крәҫтиән (фермер) хужалығы һөйләшеүҙәр йомғаҡтары буйынса презентация материалдарына һәм коммерция тәҡдименә белешмәләр һораған. “РОМТО” компанияһы һигеҙ осрашыу үткәрә: Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан тауарҙар өлгөһөн һораған, Ә Ҡытай вәкилдәре шарттар тураһында фекер алышыу өсөн бәйләнештәр менән алмашҡан. – Беҙ халыҡ-ара баҙарҙы Башҡортостан компаниялары өсөн яҡыныраҡ итергә теләйбеҙ. Эшҡыуарҙарыбыҙ сит ил уҙаҡташтары менән илдән китмәйенсә аралашыуға мөмкинлек ала. Был сығымдарҙы кәметеп, кире бәйләнеш булдырырға мөмкинлек бирә, төбәк-ара бәйләнештәр ҙә нығый, – тип билдәләне Үҙәк етәксеһе Татьяна Изотова. Республика өсөн бындай осрашыуҙар визит карточкалары менән алмашыу ғына түгел, ә был предприятиелар өсөн яңы заказдар, экспорттың үҫеше, өҫтәмә эш урындары һәм төбәктең иҡтисади тотороҡлоғон нығытыу. Халыҡ-ара һатып алыу сессияһындағы һөйләшеүҙәр киләсәктә контракттар төҙөү майҙансығына әйләнә. Ә контракттар менән бергә – республика иҡтисадының үҫешенә. Иң әүҙемдәрҙе бүләкләнеләр Чебоксарҙа “Йыл экспортеры-2025” төбәк этабы конкурсына йомғаҡ яһалды. Бер нисә номинация буйынса “Эре бизнес” категорияһында Башҡортостандан да бер нисә компания еңеүсе тип табылды. Республика “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (“Международная кооперация и экспорт”) сиктәрендә конкурста ҡатнаша. – Конкурс еңеүселәре араһында бизнес-миссияларыбыҙҙа ҡатнашыусыларҙы һәм Экспортҡа ярҙам үҙәгенең уҙаҡташтарын күреү айырыуса ҡыуаныслы. Компаниялар транспорт сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар ала, шулай уҡ продукцияны халыҡ-ара электрон сауҙа майҙансыҡтарына сығарыу буйынса үҙәктән консультация ала, – тип белдерҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. “Яуаплы экспортлаусы ESG” номинацияһында беренсе урынды “Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәте яуланы. “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ-экспортер” номинацияһында ”Нефтекама яһалма тиреләр етештереү берекмәһе” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Лиана Киршина өсөнсө урын алды. Башҡортостан экспортерҙары шулай уҡ “Бәләкәй һәм урта предприятиелар” категорияһында ике наградаға лайыҡ булған. Мәҫәлән, “РусНефтеГазСтрой+” компанияһы “Хеҙмәтләндереү өлкәһендә йыл экспортеры” номинацияһында иң яҡшыһы булды, ә “Электрон сауҙа өлкәһендә иң яҡшы экспортер” номинацияһында икенсе урынды “Ураллесэкспорт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яуланы. “Шишмә шәкәр заводы” акционерҙар йәмғиәте компанияһы “Яңы география” номинацияһында – икенсе, “Агросәнәғәт комплексының база продукцияһы өлкәһендә йыл экспортеры” номинацияһында өсөнсө булды. Экспортҡа эшләү үҫешкә илтә “Шишмә шәкәр заводы” – заманса, юғары технологиялы производство өлгөһө. Завод йылына 76 мең тоннанан ашыу сөгөлдөр шәкәре һәм 20 мең тоннанан ашыу гранулланған сөгөлдөр һығынты етештерә. Шишмә шәкәр заводы (“Таврос” төркөмөнә ҡарай) яңы уңыш шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртә башлаған. Алдағы миҙгелдә предприятие 940 мең тонна сеймал эшкәртергә планлаштыра, был 2024 йыл күрһәткестәренән 14 процентҡа юғарыраҡ. Был хаҡта заводтан хәбәр иттеләр. Бөтә кәрәкле ремонт эштәре йәйен тулы күләмдә башҡарылған, завод яңы миҙгелгә тулыһынса әҙер. Етештереү ҡеүәте тәүлегенә алты мең тоннаға тиклем шәкәр сөгөлдөрө тәшкил итә, тип билдәләне Шишмә шәкәр заводының генераль директоры Юрий Баримбойм. Быйыл культураны компания хужалыҡтары 20 мең гектар майҙанға сәскән, был 2024 йыл кимәленә тап килә. Сөгөлдөр йыйыу сентябрь башында башлана. Уңыш план кимәлендә көтөлә, шул уҡ ваҡытта татлы тамырҙың сифаты һәм һаҡланыуы урып-йыйыу осорондағы һауа шарттарына бәйле буласаҡ, тип белдерә етештереүселәр. “Шишмә шәкәр заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте сөгөлдөр шәкәре-ҡом, гранулланған һығынты, патока сығара. Предприятие продукцияһын ватан баҙарына сығара, шулай уҡ Евразия иҡтисади союзы илдәренә һәм алыҫ сит илдәргә экспортлай. “Таврос” төркөмө - 2011 йылда эшҡыуар Рөстәм Мирғәлимов нигеҙ һалған Рәсәйҙең иң ҙур агрохолдингтарының береһе. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: үҫемлекселек, малсылыҡ, ит эшкәртеү, шәкәр, ашхана йомортҡаһы һәм икмәк-күмәс изделиелары етештереү. Төркөм Рәсәйҙең туғыҙ төбәгендә эшләй һәм продукцияһын 10-дан ашыу илгә экспортлай. 2024 йылда төркөм предприятиелары 1,41 миллиард йомортҡа, 125 мең тоннанан ашыу сусҡа ите, 127 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары һәм 93 мең тонна сөгөлдөр шәкәре етештергән. Ә инде тауарҙы экспортҡа сығарыу предприятиены яңы үҫешкә әйҙәй. ФЕКЕР Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы БР Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһенән: – Башҡортостан дуҫ илдәр менән тышҡы иҡтисади бәйләнештәр булдыра. Уҙаҡташтарыбыҙ араһында 100-ҙән ашыу дәүләт. 2025 йылдан 2030 йылға тиклем экспортты үҫтереү буйынса төбәк программаһы старт ала. Беҙ туғандаш илдәрҙән ышаныслы уҙаҡташтарыбыҙ менән дуҫлыҡты һәм эшлекле бәйләнештәрҙе артабан да нығытасаҡбыҙ. Предприятиеларҙың тышҡы баҙарға сығыуы – хужалыҡ итеүҙең иң ҡатмарлы формаларының береһе. Предприятиеларға ошо кимәлгә сығырға ярҙам итергә тырышабыҙ. Икенсенән, төрлө ярҙам саралары комплексы тормошҡа ашырыла: логистикаға һәм халыҡ-ара сертификатлауға субсидиялар, “Экспорт кэшбэгы”, Ашығыс экспорт ярҙамы, “Экспорт форсажы” акселерация программаһы, бизнес-миссияларҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу һәм башҡалар. Бында иң мөһиме — һөҙөмтә. Был ауыр ваҡытта тышҡы сауҙа әйләнешенең үҫеше Хөкүмәттең эшен баһалауҙа мөһим күрһәткес буласаҡ. Фото: foreign.bashkortostan.ru.