Найти в Дзене

Яугирҙәр мода күрһәтте

Ошо көндәрҙә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалында мөһим һәм махсус хәрби операция ветерандары өсөн кәрәкле сара үтте. Инвалидлығы булған ветерандарға махсус яраҡлаштырылған кейем тупланмаһы тапшырылды. Был уңайлы кейемдәр реабилитация үтеү һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн ҡаралған. Шулай уҡ эшлекле костюмдар, көндәлеккә джинсы салбар һәм футболкалар ҙа бар. Адаптив кейем 2025 йылдың яҙында техник реабилитация саралары исемлегенә индерелде. Фондтың был башланғысын Рәсәй Президенты Владимир Путин хуплаған. Йыл аҙағына тиклем бөтә Рәсәй буйынса меңдән ашыу ветеран йәйге, бөтә миҙгел өсөн дә булған һәм ҡышҡы кейем тупланмаларын аласаҡ, уларҙың һәр береһенең эсенә 12 позиция инә. – Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә беҙ протездар йөрөткән махсус хәрби операция ветерандарына адаптив кейемдәрҙең тәүге партияһын тапшырҙыҡ. Бөгөн сираттағы партия биреләҙ. Был өс кейем тупланмаһы — йәйге, бөтә миҙгел өсөн дә һәм ҡышҡы. Йыл һайын уны социаль координаторҙар аша яңыртасаҡбыҙ. Ветерандар ғар

Ошо көндәрҙә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалында мөһим һәм махсус хәрби операция ветерандары өсөн кәрәкле сара үтте. Инвалидлығы булған ветерандарға махсус яраҡлаштырылған кейем тупланмаһы тапшырылды. Был уңайлы кейемдәр реабилитация үтеү һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн ҡаралған. Шулай уҡ эшлекле костюмдар, көндәлеккә джинсы салбар һәм футболкалар ҙа бар. Адаптив кейем 2025 йылдың яҙында техник реабилитация саралары исемлегенә индерелде. Фондтың был башланғысын Рәсәй Президенты Владимир Путин хуплаған. Йыл аҙағына тиклем бөтә Рәсәй буйынса меңдән ашыу ветеран йәйге, бөтә миҙгел өсөн дә булған һәм ҡышҡы кейем тупланмаларын аласаҡ, уларҙың һәр береһенең эсенә 12 позиция инә. – Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә беҙ протездар йөрөткән махсус хәрби операция ветерандарына адаптив кейемдәрҙең тәүге партияһын тапшырҙыҡ. Бөгөн сираттағы партия биреләҙ. Был өс кейем тупланмаһы — йәйге, бөтә миҙгел өсөн дә һәм ҡышҡы. Йыл һайын уны социаль координаторҙар аша яңыртасаҡбыҙ. Ветерандар ғариза бирә ала, ә беҙ һәр ваҡыт уларға ярҙам итергә әҙербеҙ, — тип билдәләне “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. Етәксе белдереүенсә, инвалидлығы булған махсус хәрби операция ветерандары артабан да әүҙем тормош алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә, ғаиләһе менән ваҡыт үткәрергә теләй. Әле фондтың Башҡортостан филиалы бындай кейемгә яугирҙәрҙән 50 самаһы заявка алған да. Һәр ветерандың мөрәжәғәтен фондтың эксперттар советы айырым ҡарай, сөнки уларҙың һәр береһенең үҙенсәлектәрен күҙ уңында тоторға кәрәк. Һәр кем үҙенә ярашлы үлсәмде, төҫтө һәм моделде һайлай ала. Тупланмалар тапшырылғандан һуң махсус операция ветерандары адаптив кейемде кейеп күрһәтте. Артем Мөхәрәмов – эшлекле костюмда, Олег Мөфтәхетдинов спорт формаһында, ә Радик Йосопов толстовка һәм аяҡ өсөн адаптив тоҡсай кейеп ҡараны. Быларҙың барыһы ла егеттәргә көндәлек тормошта ла, адаптив спорт менән шөғөлләнгәндә лә бик кәрәк. Әйткәндәй, егеттәрҙең өсөһө лә адаптив спорт төрҙәре буйынса Башҡортостан ветерандары йыйылмаһы ағзалары һәм “Ватанды һаҡлаусылар кубогы” ҡатнашыусылары. Сарала билдәле дизайнер Илүзә Мусина ҡатнашты һәм үҙе әҙерләгән адаптив кейемдәр өлгөләре менән таныштырҙы. Шуныһы мөһим – ситтән ҡарағанда был кейемдәр тупланмаһы ғәҙәти кейемдән бер нисек тә айырылмай. Ул мода талаптарын иҫәпкә алып эшләнгән. Шул уҡ ваҡытта протез йөрөткән йәки коляскала ултырған егеттәр өсөн бик уңайлы. Мәҫәлән, салбарҙар эске яҡтан күренмәгән замоктар менән эшләнгән. Был яугирҙәргә кеше ярҙамынан тыш тиҙ генә кейенергә ярҙам итә. Улар эшлекле костюмда ла, спорт кейемендә лә, джинсы салбарҙа ла бар. Шулай уҡ күлдәктәрҙең еңенә лә буйынан буйына күренмәгән замоктар ҡуйылған. Ситтән ябай төймә кеүек күренгән кейем элементы аҫтында иһә көслө магнит тегелгән. Был да егеттәргә төймәләр эләктереп аҙапланмаҫ, ваҡыт үткәрмәҫ өсөн кәрәк. – Һәр бер кейем тупланмаһын яугирҙәр менән һөйләшеп, кәңәшләшеп, уларҙың теләктәрен күҙ уңында тотоп эшләйем. Улар нимә етмәй, нисегерәк камиллаштырыу буйынса үҙҙәренең фекерен еткереп тора. Беҙҙең яугирҙәргә һоҡланам, ниндәйҙер физик етешһеҙлектәре булһа ла, улар тормош йәмен юғалтмаған һәм артабан да әүҙем йәшәргә теләй. Йәштәр өйләнә, улар өсөн модалы эшлекле костюмдар яһайбыҙ, спорт менән шөғөлләнеүселәр өсөн уңайлы спорт кейеме бар. Шулай уҡ көндәлек тормош өсөн футболкалар, джинсы салбарҙар коллекцияһы әҙер. Был кейемдәр артабан да камиллаштырыласаҡ, яңынан-яңы моделдәр менән тулыланасаҡ, – тине Илүзә Мусина. Егеттәр кейемдәрҙе күрһәткәндән һуң үҙҙәренең фекере менән уртаҡлашты. "Беҙ һәр ваҡыт хәрәкәттә булыуыбыҙҙы иҫәпкә алып, бындай кейем көндәлек тормошто күпкә еңеләйтә. Ҡышҡыһын мин протез кейә алманым, сөнки был уңайһыҙ ине. Хәҙер, адаптив кейем биргәс, протез менән дә үҙемде уңайлы тоям. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондына ошондай иғтибар һәм ярҙам өсөн рәхмәт белдерәм”, — тине махсус хәрби операция ветераны, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды төбәк филиалының социаль координаторы Артем Мөхәрәмов. "Хәҙер кейенеү күпкә еңелерәк буласаҡ. Кейем сифатлы, уйланылған. Кейенеүе һәм сисенеүе еңел. Фонд яғынан хәстәрлек һәм иғтибар ҡыуандыра. Кейемдән тыш, миңә ҡул менән идара итеүсе автомобиль бирҙеләр һәм кисә фатирҙы яраҡлаштыра башланылар. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт!" – тине Күмертау ветераны Радик Йосопов. “Әгәр элек ҡатынымдан өҫ кейемен кейергә ярҙам итеүен һораһам, хәҙер мин быны бер ҡулым менән башҡарам (Олегтың һул ҡулы юҡ — авт.). Беҙ егеттәр менән спорт менән шөғөлләнәбеҙ һәм даими рәүештә йыйылыштарға йөрөйбөҙ, шуға күрә хәҙер сәйәхәттәрҙә үҙаллы кейенеп йөрөү уңайлыраҡ буласаҡ”, — ти махсус хәрби операция ветераны Олег Мөфтәхетдинов. Альберт Заһиров фотолары.