7 сентябрҙә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Геройҙар биләмәһе» слетында ҡатнашыусылар менән осрашты. Сара республиканан 9 - 14 йәшлек 135 сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән баланы, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләрен, ирекмәндәрҙе һәм мәктәп директорҙарының тәрбиә буйынса кәңәшселәрен берләштерҙе. Слет программаһында оҫталыҡ дәрестәре, балаларҙы социалләштереүгә һәм патриотик тәрбиәләүгә, уларҙың ата-әсәләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән интерактив саралар һәм консультациялар бар ине. Төбәк етәксеһе сығышында үҫеп килеүсе быуынды тулы ҡиммәткә тәрбиәләү өсөн ошондай сараларҙың мөһимлеген билдәләне. - Һеҙҙе «Патриот» паркына саҡырҙыҡ, сөнки һеҙ – буласаҡ ир-егеттәр һәм ысынында бик көслө балалар. Бында яңы белем һәм күнекмәләр ала алыуығыҙ бик яҡшы, - тине Радий Хәбиров. - Был парк Рәсәй Геройы, яҡташыбыҙ Максим Серафимов исемен йөрөтә. Беләм, күптәрегеҙҙең туғандары һәм яҡындары махсус хәрби операция бурыстарын үт