Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Армияға, авиацияға һәм флотҡа булышлыҡ итеү буйынса ирекле йәмғиәте (ДОСААФ) рәйесе Денис Добряков менән осрашты. Улар Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһенең эше, йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Республика Башлығы төбәктә ДОСААФ-тың көслө командаһы эшләүен билдәләне. – Беҙҙә йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү яҡшы ойошторолған. “Патриот” хәрби-ватансылыҡ паркын әүҙем үҫтерәбеҙ, уның филиалдар селтәрен киңәйтеүҙе планлаштырабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Артабанғы берлектәге эшкә, яңы үҫеш нөктәләрен ҡарарға әҙербеҙ. Денис Добряков төбәктең ойошма менән хеҙмәттәшлеге буйынса эшен юғары баһаланы. – Республикала ДОСААФ-тың эшмәкәрлегенә ҙур иғтибар биргән өсөн рәхмәт. Башҡа төбәктәрҙе лә һеҙҙең иң яҡшы тәжрибәләр менән мотлаҡ таныштырасаҡбыҙ, – тине ул. Осрашыуҙа Радий Хәбиров һәм Денис Добряков Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәй ДОСААФ-ы араһындағы хеҙмәттәшлек һәм үҙ-