Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, авария 21 августа киске сәғәт алтыла Ҡырмыҫҡалы районының Илтуған ауылында булған. Билдәле булыуынса, үҫмер, “Комета” мопедында хәрәкәт иткән саҡта, Почта һәм Шоссейная урамдары сатында транспорт менән идара итә алмайынса ҡаршы килгән “КамАЗ” аҫтына барып ингән. Йөк автомобиле рулендә 64 йәшлек урындағы кеше булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә мопедтағы 15 йәшлек үҫмер ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе үк вафат булған. Ваҡиға урынында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан тәфтиш-оператив төркөм, эксперттар, криминалистар эшләй. Улар уҙғарған тикшереү барышында авария сәбәптәре һәм шарттары асыҡланасаҡ. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә төндә Благовещен районында 16 йәшлек үҫмер мотоциклда аварияға осрап һәләк булды, әле тағы ла бер баланы юғалттыҡ. Ата-әсәләр, уйланығыҙ! Фото сығанағы: @V_Sevastyanov.