Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфөлә МХО-лағы Сибай филармонияһы егеттәре сығыш яһаясаҡ

"Рәсәй" медиаүҙәгендә Башҡортостанда 22 – 27 августа уҙасаҡ Армия мәҙәниәте көндәренә арналған матбуғат конференцияһы үтте. РФ Оборона министрлығының Мәҙәниәт департаментының мәҙәни программалар бүлеге начальнигы Ольга Владимировна Фаллер, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова, Башҡортостандың Республика дәүләт оркестрының генераль директоры Артур Искәндәр улы Нәзиуллин, композитор, Башҡортостандың халыҡ артисы Нур Әсғәт улы Дауытов журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Конференцияла ҡатнашыусылар белдереүенсә, республика ҙур сараны ҡабул итә – Армия мәҙәниәте көндәре иртәгә асыла. “Армия мәҙәниәте көндәре” проекты Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы тәҡдиме буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм БР Хөкүмәте бойороҡтарына ярашлы үткәрелә. Был күләмле проект алдағы йылдарҙа илдең төрлө төбәктәрендә – Тывала, Ленинград өлкәһендә, Тулала ойошторолған да инде. Башҡортостанда уҙған сараның үҙенсәлеге булып уның күләме тора - саралар Өфөлә генә түгел, төбәктең

"Рәсәй" медиаүҙәгендә Башҡортостанда 22 – 27 августа уҙасаҡ Армия мәҙәниәте көндәренә арналған матбуғат конференцияһы үтте. РФ Оборона министрлығының Мәҙәниәт департаментының мәҙәни программалар бүлеге начальнигы Ольга Владимировна Фаллер, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова, Башҡортостандың Республика дәүләт оркестрының генераль директоры Артур Искәндәр улы Нәзиуллин, композитор, Башҡортостандың халыҡ артисы Нур Әсғәт улы Дауытов журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Конференцияла ҡатнашыусылар белдереүенсә, республика ҙур сараны ҡабул итә – Армия мәҙәниәте көндәре иртәгә асыла. “Армия мәҙәниәте көндәре” проекты Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы тәҡдиме буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм БР Хөкүмәте бойороҡтарына ярашлы үткәрелә. Был күләмле проект алдағы йылдарҙа илдең төрлө төбәктәрендә – Тывала, Ленинград өлкәһендә, Тулала ойошторолған да инде. Башҡортостанда уҙған сараның үҙенсәлеге булып уның күләме тора - саралар Өфөлә генә түгел, төбәктең һәр муниципалитетында ла үтәсәк. Фестивалдә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Василий Ладюк һәм Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы Оксана Волкова кеүек билдәле артистар сығыш яһаясаҡ. 22 августа Армия мәҙәниәте көндәре һәм III “Көҙ романтикаһы” халыҡ-ара классик музыка фестивале асыла. Дәүләт академия симфоник оркестры башҡарыуында Рәсәй Федерацияһы гимны яңғыраясаҡ. Беренсе концерт һуғыш йылдарының яратҡан йырҙарына арнала. Рәсәй флагы көнөндә халыҡ-ара конкурстар лауреаты Фредерик Кемпф (Бөйөк Британиянан) сығыш яһаясаҡ. 23 августа уҙған концерт программаһында Дмитрий Шостаковичтың “Етенсе симфонияһы”н тыңлаясаҡбыҙ. 24 августа оркестр Заһир Исмәғилевтең “Салауат” симфоник поэмаһын, Александр Бородиндың “Кенәз Игорь” операһынан “Ҡыпсаҡ бейеүҙәре”н һәм Сергей Рахманиновтың 2-се симфонияһының II өлөшөн башҡарасаҡ. Өс көн дауамында дирижер пульты артында Башҡортостандың халыҡ артисы Дмитрий Крюков буласаҡ. Әминә Шафиҡова һөйөнөслө хәбәр менән уртаҡлашты - 25 августа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Сибай филармонияһы егеттәре Совет майҙанында сығыш яһаясаҡ. Армия мәҙәниәте көндәренең үҙенсәлеге булып Рәсәй Оборона министрлығының ижади коллективтарының сығыштары тора: А. Александров исемендәге йыр Һәм бейеү ансамбле, Стратегик тәғәйенләнештәге Ракета ғәскәрҙәренең “Ҡыҙыл йондоҙ” йыр Һәм бейеү ансамбле, Үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбле, Ленинград, Көньяҡ, Үҙәк хәрби округтарының Фронт бригадалары. “Рубин йондоҙо” коллективы хөрмәтле ҡунаҡ буласаҡ, уның составында яҡташтарыбыҙ хеҙмәт итә. Коллективтар республика ҡалаларында, ветерандар госпиталендә сығыш яһаясаҡ, Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарына оҫталыҡ дәрестәре бирәсәк. “Рәссам күҙҙәре менән” күргәҙмәһе сюжеттарҙың киң спектрын күрһәтәсәк: һалдаттарҙың ауыр көндәлек тормошонан алып лирик мәлдәрен, табиптарҙың батырлығынан алып хеҙмәт ауырлыҡтарын күтәрә торған кеше ярҙамын. Экспозицияны асыу тарихи хәтерҙе һаҡлауға һәм патриотик ҡиммәттәрҙе яҡлауға йүнәлтелгән “Армия мәҙәниәте көндәре” мәҙәни программаһының бер өлөшө буласаҡ. Күргәҙмә Башҡортстандың Милли музейында 22 августан 21 сентябргә тиклем эшләйәсәк. Шулай уҡ 23 августа Өфөлә Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә “Хәҡиҡәтте һаҡлауҙа” китапхана форумы үтә. Форум китапхана өлкәһе белгестәрен, мәҙәни йәмәғәтселек вәкилдәрен һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен йыя. Ҡатнашыусылар төбәктең китапхана системаһын үҫтереү һәм патриотик тәрбиә биреүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерәсәк. Был көндәрҙә баш ҡала театрҙарында илһөйәрлекте сағылдырған спектаклдәр ҡуйыласаҡ, фильмдар күрһәтеләсәк. “Ауыр һуғыш ваҡытында яугирҙәрҙең әхлаҡи рухын һәр ваҡыт халҡыбыҙ мәҙәниәте күтәргән. Артистар, рәссамдар, кинематографистар, хәрби хәбәрселәр һәр ваҡыт яугирҙар янында, алғы һыҙыҡта була һәм тап шул ваҡытта яратҡан әҫәрҙәре – йырҙары, фильмдары, шиғри юлдары тыуа, улар илебеҙҙең мәҙәни кодына әүерелә. “Мәҙәниәт – Армия – Хәрби эш бер-береһенән айырылғыһыҙ”, – тип белдерҙе республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. Нурзиә Хәсәнова фотоһы.