Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

16 йәш кенә булған үҙенә...

Бөгөн төндә Благовещен районында Өфө – Яңауыл автомобиль юлының 58-се километрында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 48 йәшлек водитель, “Рено Премиум” йөк автомобиле менән Бөрө яғынан Благовещен йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә, 16 йәшлек үҫмер идара иткән “Кобра Кросс” мотоциклы менән бәрелешкән. Ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем бәлиғ булмаған водитель көслө бәрелештән һуң вафат була. Һәләк булған үҫмерҙең Өфө күп профилле колледжының икенсе курс студенты булыуы билдәле, уның тейешле категориялы водитель танытмаһы булмаған. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм, Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Ошондай фажиғәле хәлдәргә юл ҡуймау маҡсатында 29 майҙа республикала “Не рули, малай!” иҫкәртеү кампанияһы старт алды. Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов аңлатыуынса, бындай акция йәмәғәтселек иғтибарын балалар-водителдәр менән юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы мәсьәләһенә йәлеп итеү өсөн кәр

Бөгөн төндә Благовещен районында Өфө – Яңауыл автомобиль юлының 58-се километрында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 48 йәшлек водитель, “Рено Премиум” йөк автомобиле менән Бөрө яғынан Благовещен йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә, 16 йәшлек үҫмер идара иткән “Кобра Кросс” мотоциклы менән бәрелешкән. Ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем бәлиғ булмаған водитель көслө бәрелештән һуң вафат була. Һәләк булған үҫмерҙең Өфө күп профилле колледжының икенсе курс студенты булыуы билдәле, уның тейешле категориялы водитель танытмаһы булмаған. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм, Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Ошондай фажиғәле хәлдәргә юл ҡуймау маҡсатында 29 майҙа республикала “Не рули, малай!” иҫкәртеү кампанияһы старт алды. Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов аңлатыуынса, бындай акция йәмәғәтселек иғтибарын балалар-водителдәр менән юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы мәсьәләһенә йәлеп итеү өсөн кәрәк. Иҫкәртеү сараһы 31 октябргә тиклем тиклем дауам итәсәк. Ошо маҡсатта киң мәғлүмәт саралары һәм интернет аша ата-әсәләргә мәғлүмәт еткереүҙе үҙ эсенә алған юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар менән аңлатыу саралары үткәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләр был иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалып бармай һәм балаларына тыйылған транспорт сараларын һатып алып бирә, бының менән улар үҙҙәре үк яҡындарын хәүеф аҫтына ҡуя. Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларыбыҙҙы һаҡлайыҡ, уларҙың водитель танытмаһы булмайынса транспорт сараларына идара итеүгә юл ҡуймайыҡ! Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһы видеояҙмаһынан күсермә.