Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ведомство ҡарамағындағы ойошмалар менән берлектә ике тоннанан ашыу ҡағыҙ ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә тапшырып, “БумБатл” макулатура йыйыу буйынса бөтә Рәсәй акцияһында әүҙем ҡатнашты. Акция “Экологик именлек” милли проектына (национальный проект “Экологическое благополучие”) булышлыҡ итеү маҡсатында үткәрелә, тип хәбәр иттеләр төбәктең экология министрлығынан. 2025 йылдан башлап акция йыл әйләнәһенә ойошторола, миҙгелгә ҡарамай даими рәүештә макулатура йыйыу мөмкинлеген бирә, был дөйөм йыйыу күләмен арттырыуға һәм тәбиғәткә йөкләмәне кәметеүгә булышлыҡ итә. – Акцияла ҡатнашыу ведомствоның корпоратив мәҙәниәтенең бер өлөшө булды. Һәр хеҙмәткәр тәбиғәт алдында үҙ яуаплылығын аңлай һәм уны яҡлауға реаль өлөш индерергә тырыша, — тип билдәләне Башҡортостан республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Шамил Фәррахов. Бөтә йыйылған материалдар “БашЭкоВата” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшкәртеү предприятиеһ
Министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре ике тоннанан ашыу макулатура тапшырҙы
21 августа 202521 авг 2025
1 мин