Түбәнге Новгород өлкәһендә ысын мәғәнәһендә мөғжизә булған: ирекмәндәр өс көн урманда өйөнә юл тапмай, аҙашып йөрөгән 110 йәшлек әбейҙе ҡотҡарған. “Рысь” эҙләү–ҡотҡарыу үҙәге ирекмәндәре инәйҙе табып, туғандарына тапшырған. Был хаҡта “Комсомольская правда” сайты хәбәр иткән. Анастасия Юрченко Арзамас районының Малое Туманово ауылынан. Ул ауылынан 14 августа көндөҙ сығып китә һәм юғала. “Әбей бик теремек, ғүмер буйы бер дарыу ҙа эсмәгән, әммә йәш үҙенекен итә, күрәһең. Ул деменция һәм склероз менән ауырый. 50 йыл элек нимәләр булғанын хәтерләй, ә кисә нимә булғанын белмәй”, - тип һөйләгән “Рысь” ирекмәндәре. Инәй өйөнә ҡайтмағас, уның 85 йәшлек улы эҙләй һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә. Тәүҙә уны водителдәр ярҙамында табырға тырышып ҡарайҙар. Сөнки әбей уларҙың машинаһындағы видеоерегистраторға эләккән булыуы ихтимал, тип уйлайҙар. Шулай ҙа тирә-яҡты тикшергән төркөмдәрҙең береһе инәйҙе таба. Был осраҡта иң беренсе һыу бирәләр. 110 йәшлек инәй үҙ аяғында баҫып торһа ла, ирекмәндәр уны