✅ Башҡортостандан финанс белемлеге буйынса ике проект илдә иң яҡшылар исеменә дәғүә итә. Улар 2025 йылдың 1 сентябренә тиклем үтәсәк Бөтә Рәсәй тауыш биреү исемлегнә эләкте. Тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар: - «Аҡса тураһында – ябай» Республика киң мәғлүмәт саралары һәм блогерҙар конкурсы. - «Финанс белемлеге буйынса белгестәр турниры» интеллектуаль олимпиадаһы. ❤️ Тауыш биреү өсөн, һайланған проект битен асып, йөрәк һүрәтенә баҫығыҙ. Система Google, ВКонтакте йәки Яндекс аша авторизация үтергә тәҡдим итә – тауышығыҙ иҫәпкә алынһын өсөн уңайлы ысулды һайлағыҙ. Быйыл еңеү өсөн Рәсәйҙең 81 төбәгенән йәмғеһе 156 проект көрәшә. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
✅ Башҡортостандан финанс белемлеге буйынса ике проект илдә иң яҡшылар исеменә дәғүә итә
20 августа 202520 авг 2025
~1 мин