Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Инвестиция һабантуйына әҙерлек бара

2025 йылдың 4 сентябренән 6 сентябренә тиклем Сибайҙа “Урал аръяғы-2025” VII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үткәрелә. Быйыл ул “INNOREGION: яңы иҡтисади үҫеш үҙәктәре” девизы аҫтында үтә. Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойоштора. – Башҡортостан күләмле инвестициялар һәм ҡыйыу башланғыстар өсөн асыҡ булған төбәк абруйын нығыта, – тип билдәләне Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров. – Инвестиция һабантуйы беҙҙең иҡтисадтың үҫешендә һәм эшлекле берлек менән партнерлыҡты булдырыуҙа мөһим роль уйнай. Күп миллиардлы килешеүҙәр – беҙҙең эштең һөҙөмтәлелеген һәм инвесторҙарҙың Башҡортостан ҡеүәтенә ышанысын раҫлау ул. Сара программаһы 4 сентябрҙә бизнес-шәрифтәрҙең IV Халыҡ-ара форумы менән башланасаҡ. “Төбәктән-төбәккә: тәжрибә уңышы юлы” тип аталған көн тәртибе бәләкәй һәм урта бизнес торошон комплекслы анализлауға, дәүләт ярҙамы саралары буйынса фекер алышыуға арнала. Инвестиция һабантуйында федераль һәм төбәк власть органдары вәкилдәре, Р

2025 йылдың 4 сентябренән 6 сентябренә тиклем Сибайҙа “Урал аръяғы-2025” VII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үткәрелә. Быйыл ул “INNOREGION: яңы иҡтисади үҫеш үҙәктәре” девизы аҫтында үтә. Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойоштора. – Башҡортостан күләмле инвестициялар һәм ҡыйыу башланғыстар өсөн асыҡ булған төбәк абруйын нығыта, – тип билдәләне Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров. – Инвестиция һабантуйы беҙҙең иҡтисадтың үҫешендә һәм эшлекле берлек менән партнерлыҡты булдырыуҙа мөһим роль уйнай. Күп миллиардлы килешеүҙәр – беҙҙең эштең һөҙөмтәлелеген һәм инвесторҙарҙың Башҡортостан ҡеүәтенә ышанысын раҫлау ул. Сара программаһы 4 сентябрҙә бизнес-шәрифтәрҙең IV Халыҡ-ара форумы менән башланасаҡ. “Төбәктән-төбәккә: тәжрибә уңышы юлы” тип аталған көн тәртибе бәләкәй һәм урта бизнес торошон комплекслы анализлауға, дәүләт ярҙамы саралары буйынса фекер алышыуға арнала. Инвестиция һабантуйында федераль һәм төбәк власть органдары вәкилдәре, Рәсәй эшҡыуарҙары, инвесторҙар, туристик проекттарҙы үҫтереү менән ҡыҙыҡһынған тармаҡ эксперттары, туристар һәм сәйәхәтселәр, йәмәғәтселек лидерҙары ҡатнашасаҡ. Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе, Яҡын Көнсығыш дәүләттәре һәм сит ил вәкилдәре булыуы көтөлә. 5 сентябрь тығыҙ эшлекле программа көнө буласаҡ. Форумда төрлө көнүҙәк мәсьәләләргә арналған биш майҙан эшләйәсәк. Башҡортостан Хөкүмәтенең күсмә ултырышы айырым блок булараҡ үтәсәк. Терәк тораҡ пункттары үҫешенә арналған стратегик сессия үткәреү планлаштырыла. Атап әйткәндә, “Урал аръяғының инфраструктура үҫеше”, “Дәүләт-шәхси партнерлыҡ – айырым хәлдәрҙә яңы эра”, “Көньяҡ Уралда йәйәүле һуҡмаҡтары” һәм башҡа мөһим темаларҙы үҙ эсенә аласаҡ ул. Инвестиция һабантуйының үҙенсәлекле форматы эшлекле программаны мәҙәни байлығыбыҙ менән яраштырып алып барырға мөмкинлек бирәсәк. Эшлекле осрашыу хәтерҙә ҡалырыҡ хеҙмәттәшлек байрамына әүереләсәк. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.