Бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһында быйылғы Армия мәҙәниәте көндәренә арналған «Геройҙар ваҡыты» конкурсының финалы үтә. Башҡортостандың баш ҡалаһына илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән йырсылар йыйылды. Мәҫәлән, технология-педагогия колледжы уҡытыусыһы Роман Самолетов Ханты-Мансинан: - Мин - музыкант, композитор, йырҙар авторы. Конкурсҡа үҙемдең «Үлемһеҙ полк» автор композицияһы менән килдем һәм ярымфиналға үттем. Өфө мине йылы ҡаршы алды, тәүге тапҡыр сәксәк һәм ҡымыҙ тәмләп ҡараным. Конкурс үҙенең киңлеге, тамашасыларҙың күплеге менән таң ҡалдырҙы, кешеләрҙә ул, һис шикһеҙ, ҡыҙыҡһыныу уята. «Үлемһеҙ полк» йырын Роман яҙын, 9 Май алдынан яҙа. Осраҡлы рәүештә был конкурс тураһында белеп ҡала һәм көсөн һынап ҡарарға була. «Үлемһеҙ полк» темаһы Рәсәйҙең һәр кешеһенә яҡын, барыбыҙҙың да олатай-өләсәйҙәре һуғышҡан, уларҙың батырлыҡтарын хәтерҙә һаҡлау мөһим», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Роман. Лариса Санжиева Бурятияның баш ҡалаһы Улан-Удэнан килгән. Ул - Көнсығыш-Себер дәүләт мәҙәниәт институты доц
Өфөгә "Геройҙар ваҡыты" конкурсына бөтә Рәсәйҙән килделәр
27 августа 202527 авг 2025
1 мин