“Курск” атом һыу аҫты кәмәһенең һәләкәтенә – 25 йыл 2000 йылдың 12 авгусы. Рәсәй хәрби флотының иң ҙур караптарының береһе— “Курск” атом һыу аҫты кәмәһенең Баренц диңгеҙендә ҙур һәләкәткә осрауы тураһындағы хәбәр һәр беребеҙҙең йөрәген әрнетте, йоҡоһоҙ ҡалдырҙы. Хоҙайға ялбарып, “Курск” һыу аҫты кәмәһендәге 118 аҫыл егетебеҙҙе ҡотҡарыуҙарын теләнек. Ышандыҡ, көттөк... Ул көн бөгөнгөләй иҫтә... Шуныһы ҡыҙғаныс: ҡотҡара алманыҡ. Улар араһында беҙҙең Башҡортостандан биш егет бар ине. Фажиғәгә 25 йыл да тулып үтте. Әйҙәгеҙ, уландарыбыҙҙы тағы ла бер тапҡыр исемдәрен атап, иҫкә алайыҡ, ата-әсәләренең, туғандарының, дуҫтары һәм яҡындарының ҡайғыһын бер аҙға ғына булһа ла еңеләйтәйек. Бына улар: өлкән мичман Наил Хәсән улы Хафизов, Әлшәй районының Ыҫлаҡ ауылынан; мичман Фәнис Малик улы Ишморатов, Баймаҡ районының Мерәҫ ауылынан; караптың баш старшинаһы Салауат Валерий улы Янсапов, Ишембай ҡалаһынан; караптың баш старшинаһы Роберт Александрович Гесслер, Благовар районының Восточный ҡасабаһынан; караптың баш старшинаһы Ришат Рәшит улы Зөбәйҙуллин, Учалы ҡалаһынан. Һәләкәткә сирек быуат ваҡыт уҙһа ла, бөтә ил халҡын ауыр ҡайғыға һалған был көн бөгөнгө кеүек күҙ алдымда. Ул ваҡытта мин “Башҡортостан” гәзитенең көньяҡ-көнсығыш төбәк буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләй инем. Иҫемдә, Баренц диңгеҙендә батҡан “Курск” атом һыу аҫты кәмәһендә яҡташыбыҙ – Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы егете Фәнис Ишморатов та бар икәнен ишеткәс, йөрәгемә әллә нисек булып китте, иҫкә килер-килмәҫ машинама ултырҙым да Баймаҡҡа күрше генә ятҡан Мерәҫкә елдерҙем. Ул мәлдән 25 йыл ваҡыт үтте, күп нимә үҙгәрҙе, Фәнистең атаһы ла баҡыйлыҡҡа күсте, улының да яҙмышы билдәһеҙ, шулай ҙа шул мәлдәге кисерештәремде, уйланыуҙарымды, мичмандың яҡындары менән һөйләшеүҙәремде сағылдырған мәҡәләмде, Фәнисте иҫкә алыу маҡсатында, ҡабатлап бирәм. Хушлашҡанда күҙҙәренә йәш алды... Мерәҫкә юлланғанда уйлап барам: осһоҙ-ҡырыйһыҙ бөтә Рәсәйҙән йыйылған 118 кеше араһында бишәүһе (!) Башҡортостандан булһынсы әле! Иҫ киткес ғәҙелһеҙлек бит был... Фәнис Малик улы Ишморатов 1974 йылдың 15 июлендә Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында тыуған. 1992 йылда хәрби хеҙмәткә алынған. Мурманск өлкәһендә, Төньяҡ флотта атом һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткән. 1994 йылда, хеҙмәт срогы тулғас, артабанғы яҙмышын флот менән бәйләргә ҡарар итә һәм, контракт төҙөп, Мурманск өлкәһендә урынлашҡан 20826-сы часта хәрби бурысын үтәргә ҡала. Өйләнгән, өс йәшлек Данис исемле улы бар, тиҙәр. Кәләше Фәймә Баймаҡ районының Буранбай ауылы ҡыҙы икән, республикаға билдәле Туйсиндар нәҫеленән. Ул осорҙа мичман Ишморатов ғаиләһе менән Мурманск өлкәһенең Видяево хәрби ҡаласығында йәшәй ине. Фәнис ҙур, татыу ғаиләлә үҫкән. Уның өс ағаһы, бер апаһы, бер ҡустыһы бар. Аталары Малик Дәүләт улы ғүмере буйы “Таналыҡ” колхозында механизатор булып эшләгән. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман да колхозға хәленән килгәнсә ярҙам итеп йөрөй ине. Тәүге ҡатыны, балаларының әсәһе, 13 йыл элек үлеп ҡалған. Икенсе ҡатыны Гөлфәзилә менән матур тормош ҡорғандар. Уның да дүрт ҡыҙы бар. Фәнис 2000 йылдың майында отпускыға ҡайтып, тыуған яҡтарында ике айға яҡын ял итеп киткән. ...Мерәҫ ауылында Гөлфәзилә еңгәй менән Фәнистең ағаһы Рафаэлде тап иттем. Фәнистең фажиғәгә осрауын биш көн үткәс, 17 августа ғына ишеткәндәр: хәрби комиссариаттан шылтыратып әйткәндәр. Гөлфәзилә еңгәй Баренц диңгеҙендәге был фажиғәне бөтөнләй ишетмәгән булған, Рафаэль 14 августа уҡ белгән, ләкин Фәнис ундалыр тип уйламаған. – Ауылға ҡайтҡанда ҡайҙа хеҙмәт иткәнен һөйләмәнеме ни? – тип һорайым аптырап. – Юҡ. Ул ундай нимәне бер ваҡытта ла һөйләп йөрөмәне. Атом һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткәнен белә инек. Ниндәй кәмәлә икәнен беҙ ҙә һораманыҡ, үҙе лә әйтмәне. Отпускынан һуң икенсе кәмәгә күсәм тигәндәй булғайны. “Курск”та яңы ғына хеҙмәт итә башлағандыр ул, тип уйлайым. Фәнис – турбиналар буйынса белгес. Беҙҙеңсә әйткәндә, “дизелсе” була инде, тик атом һыу аҫты кәмәһендә. Экипажымда һигеҙ кеше тигәне иҫемдә ҡалған. Хушлашҡанда күҙҙәренә йәш алды. Элек ундай хәлдең булғаны юҡ ине. Мәңгелеккә булмаһа ғына ярар ине... Юғары дәрәжәле ил етәкселәренән һәм хәрбиҙәрҙән торған хөкүмәт комиссияһының һаман кәмә менән нимә булғанын асыҡлай алмауына асыуланыңҡырап: – Сит ил етәкселәре тәҡдим иткән ярҙамды ниңә ҡабул итмәҫкә?! 118 кеше ғүмере бер-ике хәрби сергә лә торошло түгелме икән ни? – ти Рафаэль сараһыҙҙан ҡулын һелтәп. – Хәҙер һуңдыр инде... – Һәм ирекһеҙҙән күҙенән тәгәрәп төшкән йәштәрен һөртөп ала... 18 августа Фәнистең атаһы Малик ағай кинйә улы Фәнил менән алыҫ һәм ауыр юлға сыҡты, тинеләр. “Фәнисте имен-һау күреп, шатланышып әйләнеп ҡайтырға яҙһын”, – тип оҙатып ҡалған уларҙы ауылдаштары. “Улымдың үлеменә ышанмайым” ...Ишморатовтарҙың ҡапҡаһы төбөнә килеп туҡтағас, ҡапыл ҡаушап ҡалдым. Өйҙә иҫ киткес ҙур ҡайғы: нисек инергә, нимә тип әйтергә? Ҡапҡа төбөндә осраған Гөлфәзилә еңгәйҙең күҙҙәре күп илауҙан шешенеп бөткән. Өйгә ингәс, тағы һығылып иларға тотондо: – Нишләп, нишләп бер сара ла күрмәйҙәр икән?! Бала ғынам һыу төбөндә ята бит! Һыуға батырыр өсөн үҫтергәнбеҙме ни беҙ ул балаларҙы?! Рафаэль үҙенә урын тапмай. Бер диванға барып ултыра, бер тышҡа сығып китә. Уның күҙенән дә йәш тәгәрәргә генә тора. Ир кеше бит – күрһәтмәҫкә тырыша. Сәғәт киске алты тулырға бер нисә минут ҡалғас, йүгереп барып телевизорҙы тоҡандырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Яңылыҡтар” программаһы был юлы ла беҙҙе тынысландырырлыҡ хәбәр әйтә алманы. Фәнисте Мерәҫтә белмәгән, яратмаған кеше юҡ. Кемдән генә һорашма, барыһы ла һүҙҙе иң тәүҙә уның иҫ киткес яғымлы йылмайыуынан башлай. Ә ҡыҙҙар?! Ауылда уға ғашиҡ булмаған ҡыҙ бармы икән? Мерәҫтән тәүге уҡытыусыларының береһе Рәсимә Рәфҡәт ҡыҙы Сырлыбаева былай тип иҫкә ала: – Малик ағай V класҡа уҡырға Фәнисте Баймаҡ мәктәп-интернатына ебәрҙе. 1 сентябрь көнө иртәнсәк эшкә килһәм, мәктәп нисектер унһыҙ толҡаһыҙ булып ҡалған кеүек. Күңелем тулып китте. Йомошом төшөп, Баймаҡҡа барғанда, түҙмәнем, интернатҡа Фәнистең хәлен белә индем. Ишекте ипләп кенә асып ҡараһам, Фәнис иң алғы партала, миңә ҡарап йылмайып ултыра. Ул бала саҡтан уҡ хәрби булырға хыял итте, – ти Рәсимә Рәфҡәт ҡыҙы һәм ауыр итеп көрһөнә. Фәнистең ауылдаштары “Курск” фажиғәһен бер ғаиләнең ҡайғыһы итеп түгел, бөтә ауыл иңенә төшкән уртаҡ хәсрәт итеп ҡабул итте. Малик ағайҙы һәм уның ғаиләһен яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа, хәлдән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға тырыштылар. Ваҡыт үтә, ҡанһырап торған йөрәк яралары, ваҡыты-ваҡыты менән семетеп-семетеп алһа ла, яйлап уңала. Ауыр уйҙар ҙа яйлап тарала. Улар урынын хәҙер “Кем ул Фәнис Ишморатов? Нисек йәшәгән? Нимәләр эшләргә өлгөргән?” кеүегерәк һорауҙар биләй. Мине лә ошондай һорауҙар тағы ла юлға сығырға мәжбүр итте. Бына нимә тип һөйләй Фәнис Ишморатов хаҡында уның класташтары, дуҫтары, уҡытыусылары һәм яҡын туғандары. Марат ӘБҮШАХМИН, Фәнистең класташы: – Фәнис минең иң яҡын дуҫым булды. Беҙ – мин, Фәнис, ҡатыным Альбина Мерәҫтә бер класта уҡыныҡ. Армияға бергә, бер көндө алындыҡ, тик Өфөлә юлдар айырылды. Мин – Молдавияла, ул Төньяҡ флотта хеҙмәт итте. Беҙ уның туйында ҡатнаштыҡ, малайына исем ҡушҡанда ла булдыҡ. Фәнис бала саҡтан хәрби булам тип хыялланды. Хәрбиҙәрсәрәк итеп бөхтә кейенергә яратты. Ҙурайғас та шул ғәҙәтен ташламаны. Егеттәр, һалдаттан ҡайтһа, хәрби кейемен бер-ике көн генә кейә лә сисеп ырғыта бит инде, ә ул улайтмай, отпускыһы бөткәнсә хәрби кейемен һалмай. Салбар матур итеп үтекләнгән, тап-таҙа, ҡайышта – диңгеҙ кортигы. Шунан уға нисек ғашиҡ булмайһың инде?! Быйылғы отпускыһы осоронда ул үҙен әҙерәк сәйерерәк тотто. Бөтә туғандарына, дуҫтарына йөрөп сыҡты. Беҙҙе һәм Бәхтигәрәйҙән класташыбыҙ Усманов Данилды ғаиләһе менән ҡунаҡҡа саҡырып алды. Хушлашыуы ла үтә ауыр булды. Фәнис, ниңәлер, илап китте. “Марат дуҫ, әллә барып, эштән сығайым да ҡайтайыммы икән?” – тип һораны. Беҙ, хеҙмәт итеп бөтөргә бер нисә йыл ғына ҡалған, улайтма, түҙ инде, тип йыуаттыҡ. Вәсимә Ғәле ҡыҙы ЯМАНТАЕВА, интернаттағы класс етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: – Фәнис мәктәптә яҡшы уҡыны. Уның көләс йөҙөн оноторлоҡ түгел. Сәмсел, ғәрсел булды. Был – кеше өсөн һәйбәт сифаттар. Бик бөхтә, йыйнаҡ ине. Спорт менән шөғөлләнде. Унда яуаплылыҡ тойғоһо көслө булды. Иптәштәрен яратты. Шуға ла уны хөрмәт иттеләр, мәктәптә лидерҙар рәтендә йөрөнө. VII класта уҡығанда өйгә инша яҙырға биргәйнем. “Мин хәрби булырға теләйем”, – тип яҙып килтерҙе. Уҡыуҙы тамамлағас, хәрби училищеға барам тип ынтылды. Һаулығы буйынса үтмәгәс, бик ҡайғырып, илап йөрөнө. Һуңғы тапҡыр уны быйыл май айында Баймаҡта осраттым. “Ялға ҡайттым. Тыуған яҡҡа ҡайтып әйләнһәм, хеҙмәт итеүе еңелерәк була. Тиҙҙән океанға китәбеҙ", тине. Ғәлимә Лоҡман ҡыҙы ЮНЫСОВА, тәрбиәсеһе: – Фәнис беҙгә V класҡа килде. Ул һабаҡташтарынан бөхтәлеге, мөләйемлеге менән айырылып торҙо. Әсәһеҙ үҫкәнгәме, тәүге көндән миңә ныҡ ылыҡты. Бөтә серен, хыялын түкмәй-сәсмәй һөйләй торғайны. Отпускыға ҡайтҡан һайын интернатҡа килеп йөрөнө. Быйыл кәләше Фәймә, улы Данис менән килде. Данисты бүлмәгә алып инде, парта эскәмйәһенә ултыртып ҡуйҙы. “Улым, мин ошо урында ултырып уҡыным”, – тине. Фәймә көлә: “Фәнис, ул аңламай ҙа инде”. Ололарға бик иғтибарлы булды. Байрам һайын открыткалар ебәреп торҙо. Быйыл бөтә уҡытыусыларына, хатта эшләмәй өйҙә ултырғандарына ла, йөрөп сыҡты. Малик ИШМОРАТОВ, Фәнистең атаһы: – Минең ғаиләм ҙур ғына. Маһира миңә биш малай, бер ҡыҙ табып бирҙе. Фәнис – дүртенсе бала. Ул кешегә үтә яғымлы булды. Кешенең эсенә инеп барҙы. Шуға ла уны яратмаған кеше булмағандыр. Бер минут тыныс ултыра белмәҫ ине. Ҡайтып инеү менән эшкә тотона. “Атай, әйҙә шуны эшләйек, әйҙә быны йүнәтәйек”. Минең уның эшһеҙ ултырғанын күргәнем булманы. Эшкә салт булды. IV класта уҡып йөрөгәндә үк бесән сабырға өйрәнде. Хәҙер ҙә күҙ алдымда: минең йәш, көслө саҡ, киң итеп алып, оҙон үҫкән үләнде ҡайыра сабып барам. Фәнис, атай мин дә һинең кеүек сабам, ти ҙә минең арттан эйәрә. “Улым, арығанһыңдыр, әҙерәк ултырып, ял итеп ал”, – тим. Бәләкәй генә булһа ла, ололарса фекер йөрөтә торғайны. “Һин сабып йөрөгәндә мин нисек ҡарап ултырайым”, – тип яуап бирә. Уҡыһын, кеше булһын, тип V класҡа Баймаҡ интернатына урынлаштырҙым. Гел дүрткә-бишкә генә уҡыны. Мәктәпте тамамлағас, хәрби училищеға барам тип документтар әҙерләй башланы, ләкин медкомиссияны үтә алманы. Ныҡ ҡайғырҙы, күҙ йәше менән илап йөрөнө. Шул арҡала вузға ла барманы. Һаулығы насарыраҡ ине шул уның. Бәләкәй генә сағында велосипедтан ҡоланы. Беҙ ул ваҡытта Бәхтегәрәй ауылы аръяғындағы йәйге лагерҙа йәшәй инек. Әсәһе һыйыр һауа, мин – моторист. Йүгереп килеп етһәм, малайым иҫһеҙ ята. Руль эсенә инеп киткән. Ярай ҙа шул ваҡыт колхоздың ветврачы килеп сыҡты. Машинаға ултырттыҡ та Баймаҡҡа алып киттек. Операция яһанылар. Табиптар, ярты сәғәткә һуңлаһаң, малайһыҙ ҡала инең, тинеләр. “Курск” атом һыу аҫты кәмәһенең батҡанын беҙ башта ишетмәнек. Уттай эш ваҡыты, телевизор ҡарарға, радио тыңларға ваҡыт юҡ. Өс көн буйы этебеҙ олоп теңкәне ҡоротто. Сығып әрләйбеҙ ҙә инәбеҙ, әрләйбеҙ ҙә инәбеҙ... Кесе улым Фәнил менән Видяевоға барып ҡайттыҡ. Беҙ, тере кеше, нисек тә күнербеҙ, йәшәрбеҙ. Ә бына һөлөк кеүек егеттәрҙән... кәүҙә лә, ҡәбер ҙә - бер нәмә лә юҡ. Күңелде нисектер төңөлдөрөргә кәрәк ине, сөнки бөгөн мин уның үлеменә ышана алмайым. Миңә ул ишек асылып китер ҙә йылмайып килеп инер кеүек тойолоп тик тора... Аптырағас, мулланан, ҡалайтайым, аят уҡытайыммы әллә, тип һорағайным, уҡыт, ти. Уҡытырмын инде... Мәҡәләнең авторы – ветеран-журналист Фәрит ӘХМӘРОВ. Дауамы бар. Фото Ишморатовтарҙың ғаилә архивынан.
“Курск” атом һыу аҫты кәмәһенең һәләкәтенә – 25 йыл 2000 йылдың 12 авгусы. Рәсәй хәрби флотының иң ҙур караптарының береһе— “Курск” атом һыу аҫты кәмәһенең Баренц диңгеҙендә ҙур һәләкәткә осрауы тураһындағы хәбәр һәр беребеҙҙең йөрәген әрнетте, йоҡоһоҙ ҡалдырҙы. Хоҙайға ялбарып, “Курск” һыу аҫты кәмәһендәге 118 аҫыл егетебеҙҙе ҡотҡарыуҙарын теләнек. Ышандыҡ, көттөк... Ул көн бөгөнгөләй иҫтә... Шуныһы ҡыҙғаныс: ҡотҡара алманыҡ. Улар араһында беҙҙең Башҡортостандан биш егет бар ине. Фажиғәгә 25 йыл да тулып үтте. Әйҙәгеҙ, уландарыбыҙҙы тағы ла бер тапҡыр исемдәрен атап, иҫкә алайыҡ, ата-әсәләренең, туғандарының, дуҫтары һәм яҡындарының ҡайғыһын бер аҙға ғына булһа ла еңеләйтәйек. Бына улар: өлкән мичман Наил Хәсән улы Хафизов, Әлшәй районының Ыҫлаҡ ауылынан; мичман Фәнис Малик улы Ишморатов, Баймаҡ районының Мерәҫ ауылынан; караптың баш старшинаһы Салауат Валерий улы Янсапов, Ишембай ҡалаһынан; караптың баш старшинаһы Роберт Александрович Гесслер, Благовар районының Восточный ҡасабаһына