Украинала махсус хәрби операция башланыу менән бихисап ир-егеттәр илебеҙ именлеге һағына баҫты. Улар иңдәренә йөкмәтелгән хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, Тыуған иле һәм яҡындары өсөн йәнен-тәнен аямай. "Гизя" позывнойлы яугир ҙә шундайҙарҙан. Ул Әбйәлил районының Ҡолоҡас ауылынан. Яугир 2022 йылдың мартында үҙ теләге менән хәрби контрактҡа ҡул ҡуйып, махсус хәрби операция зонаһына юллана. Күптән түгел ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайта. “Гизя”ның әсәһе Римма Миңлехан ҡыҙы әйтеүенсә, улынан өс ай буйына бер ниндәй ҙә хәбәр булмай. — Өс ай хәбәре булманы улымдың. Ни уйларға, ни эшләргә белмәнек. Ул ваҡытта нисек йәшәгәнмен хәҙер аптырайым. Ни кисергәнемде үҙем генә беләм. Кешеләр был сама ваҡыт үтте, үлгәндер, юҡтыр тиһәләр ҙә, ышанманым. Күңелем төңөлгән саҡтарҙа ла, улым тере, ҡайта ул, тигән өмөт сатҡыһы менән үҙемде йыуаттым. Кемдәргә генә мөрәжәғәт итмәнек, төрлө инстанциялар аша эҙләнек, — тип хәтерләй әсә. — Мөғжизә була икән. Бер көндө ят номерҙан шылтыраттылар. Улым Илгиздең тауышын иш