Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Шәп проекттарығыҙ булһа, рәхим итегеҙ!

Билдәле булыуынса, университет "Йәштәр һәм балалар" милли проекты (нацпроект "Молодежь и дети") сиктәрендә төҙөлгән Евразия фәнни-белем биреү үҙәге вуз-ара кампусының резиденты булып тора. Проекттар өҫтөндә төбәктең алдынғы уҡыу йорттары студенттары һәм уҡытыусылары ғына түгел, технологик эшҡыуарҙар, бизнес, власть органдары вәкилдәре лә эшләй. Заманса технологиялар оператив ҡарар ҡабул итеүҙәр талап итә, һәм ғаризаларҙы онлайн рәүештә ҡабул итеү үҙ-ара хеҙмәттәшлекте ябайлаштыра. Ғариза биргәндән һуң проект анализлана һәм ул хупланһа, айырым менеджер беркетелә. Артабан инвестиция комитеты өсөн презентация әҙерләнә. Мәғлүм булыуынса, был этапҡа еткән проекттарҙың 90 проценты финанс ярҙам ала. - Беҙҙең маҡсат - фән, бизнес һәм инновацияларҙы берләштереп, технологик эшҡыуарлыҡ үҙәге булыу, - ти стартап-студияның генераль директоры Владимир Бекасов. Студия дөйөм алғанда 42 миллион һумлыҡ 18 проектты тормошҡа ашырған да инде.