Мәләүез районының Ерек ауылында йәшәгән Гөлназ Оморҙаҡова –- махсус хәрби операция биләмәһендә яҡын кешеһен юғалтҡан йөҙәрләгән ҡатындарҙың береһе, тип яҙа “Көнгәк” гәзите. Ул – Рәйлә һәм Фәтҡулла Оморҙаҡовтарҙың татыу ғаиләһендә тыуып үҫкән өлкән бала. Мәктәпте тамамлағас, механика-технологиялар техникумында, артабан Өфө иҡтисад һәм сервис институтында юғары белем ала. Тормош иптәше Юлай Батталов менән уларҙы баш ҡала осраштыра. Бер аҙ Өфөлә йәшәгәс, йәштәр Мәләүезгә ҡайта. Икеһе лә эшләй, тормоштары башҡаларҙыҡынан бер ни менән дә айырылмай. Илдә сәйәси хәл үҙгәргәс, йортта ла тыныслыҡ юғала. Юлайҙың телевизорҙан махсус хәрби операция тураһындағы тапшырыуҙарҙы ҡарағандан һуң үҙенә бикләнеүен һиҙемләй кәләше. “Егеттәргә ҡыйыныраҡ, ахырыһы”, тигән һүҙҙәренең мәғәнәһен йөрәк аҫтында өсөнсө балаһын йөрөткән Гөлназ тиҙҙән аңлай. Күңеле борсолоу менән тулы ир түҙеп ята буламы? Бер кемгә лә әйтмәй, 2024 йылдың майында контракт төҙөп, ире махсус хәрби операция зонаһына юллана. “Тәүҙә би