Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бер кемгә лә телефонға килгән кодты әйтергә ярамай!

Өфөлә йәшәүсе пенсионерға мутлашыусылар Пенсия фонды һәм ФСБ хеҙмәткәрҙәре булып шылтырата. Пенсияны ҡайтанан иҫәпләтәбеҙ, Дәүләт хеҙмәттәре аккаунтын тергеҙәбеҙ тип алдап, ҡатындың ике миллион һум аҡсаһын "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсертә улар. Шулай уҡ Өфөнән 30 йәшлек ҡатын аферистарға 900 мең һумдан ашыу аҡсаһын бирә. Был осраҡта мутлашыусылар үҙҙәрен "Рәсәй почтаһы", "Үҙәк банк" һәм ФСБ тип танытып, Дәүләт хеҙмәттәрендә электрон почтаны төҙәтергә "ярҙам итә". Нефтекаманан 62 йәшлек пенсионерға шулай уҡ "Рәсәй почтаһы", "Үҙәк банк" һәм ФСБ "хеҙмәткәрҙәре" шылтырата. Ҡатын уларға 900 мең һумдан ашыу аҡсаһын күсерә. Яңауылдан 51 йәшлек ҡатын брокер компаниһында аҡса эшләйем, тип уйлап алдана. Аферистар "килемле проект" менән ҡыҙыҡтырып, телефонға махсус ҡушымта ҡуйырға һәм 400 мең һум күсерергә өгөтләй. Тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: банк хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла аҡса күсерергә ҡушып шылтыратмай һәм кодтар һорамай.