6 августа Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының “Здравконтроль” федераль проектын ойоштороу һәм булдырыу мәсьәләләре буйынса ваҡытлыса эшлекле төркөмө командаһы Өфөләге медицина ойошмаларын ҡараны. Улар баш ҡалалағы 50-се поликлиникала һәм уның структур бүлексәһе – ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында, Республика клиник онкология диспансерының поликлиникаһында һәм диагностикалау бүлексәһендә булды. Йәмәғәтселәр 50-се поликлиникала ыңғай мәлдәрҙе билдәләне: көнүҙәк мәғлүмәттәр, уңайлы навигация, хәстәрлекле хеҙмәткәрҙәр, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә йөрөү алгоритмы. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында төркөм стендтарҙағы мәғлүмәттәрҙе яңыртыуҙы, визуаль тауышты бөтөрөүҙе, психолог кабинетын яңыртыуҙы һәм башҡаларҙы һораны. Онкология диспансерында делегация пациенттарҙан хеҙмәтләндереү сифаты һәм унан файҙалана алыу йәһәтенән ыңғай бәйләнеш алды. “Бында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе йөрөтөү йәһәтенән эшләргә, навигация стендтарын, өсөнсөнән юғарыраҡ ҡаттарҙа тәҙрәләрҙе асыуҙы сикләй