Найти в Дзене

Бәләгә тарыған малайҙарҙы аяҡҡа баҫтырҙылар

Әсәләрҙең ҡулынан килмәгән бер ни ҙә юҡ! Бер нисә йыл элек аварияға эләгеп, аяҡ-ҡулдарын һындырған, әллә нисә етди операция үткәргән малайҙың ғүмере өсөн табиптар барыһын да эшләй. Аяҡ-ҡул һөйәктәрен өлөшләп тигәндәй йыйырға, нервыларҙы ауырлыҡ менән тегергә тура килә. Иң мөһиме, табиптар аяҡты һаҡлап алып ҡала. Санкт–Петербург ҡалаһында хирургтар тубыҡ быуынын яһалма быуынға алыштыра. Әммә сираҡ быуыны нервыһы кәмселеген бөтөрә алмайҙар. Руслан “Салют” реабилитация үҙәгенә килгәс тә, бында үҙенә ярҙам итерҙәренә ышанмай. Ҡултыҡ таяҡтарына таянып йөрөргә өйрәнә, элекке торошҡа ҡайтыу мөмкинлеген күҙ алдына ла килтермәй. Ҡайһы саҡта инвалид коляскаһына ултырып ҡына йөрөй, сөнки шулай еңелерәк. – Беҙҙең алда ҙур бурыс торҙо – аяҡтар оҙонлоғо араһындағы айырманы бөтөрөү кәрәк ине, сөнки малайҙың умыртҡа бағанаһы кәкерәйеүе һәм башҡа ағзаларға йоғонто яһауы һиҙелә башлағайны, – тип һөйләне үҙәк ортопеды Светлана Гәрәева. – Мин унда реабилитация мөмкинлеген күрҙем. Уның үҙ аяҡтарында үҙәктә

Әсәләрҙең ҡулынан килмәгән бер ни ҙә юҡ! Бер нисә йыл элек аварияға эләгеп, аяҡ-ҡулдарын һындырған, әллә нисә етди операция үткәргән малайҙың ғүмере өсөн табиптар барыһын да эшләй. Аяҡ-ҡул һөйәктәрен өлөшләп тигәндәй йыйырға, нервыларҙы ауырлыҡ менән тегергә тура килә. Иң мөһиме, табиптар аяҡты һаҡлап алып ҡала. Санкт–Петербург ҡалаһында хирургтар тубыҡ быуынын яһалма быуынға алыштыра. Әммә сираҡ быуыны нервыһы кәмселеген бөтөрә алмайҙар. Руслан “Салют” реабилитация үҙәгенә килгәс тә, бында үҙенә ярҙам итерҙәренә ышанмай. Ҡултыҡ таяҡтарына таянып йөрөргә өйрәнә, элекке торошҡа ҡайтыу мөмкинлеген күҙ алдына ла килтермәй. Ҡайһы саҡта инвалид коляскаһына ултырып ҡына йөрөй, сөнки шулай еңелерәк. – Беҙҙең алда ҙур бурыс торҙо – аяҡтар оҙонлоғо араһындағы айырманы бөтөрөү кәрәк ине, сөнки малайҙың умыртҡа бағанаһы кәкерәйеүе һәм башҡа ағзаларға йоғонто яһауы һиҙелә башлағайны, – тип һөйләне үҙәк ортопеды Светлана Гәрәева. – Мин унда реабилитация мөмкинлеген күрҙем. Уның үҙ аяҡтарында үҙәктән ҡайтып китеүе өсөн тырышлығыбыҙҙы һалырға булдыҡ. Табип малайға аяҡ ҡыҫҡалығын компенсациялаған махсус аяҡ кейеме тәҡдим итә, шәхси социаль тергеҙеү планын эшләй. Махсус массаж, дауалау физкультураһы тәғәйенләнә, психологик ярҙам күрһәтелә. Бында реабилитация үткән үҫмерҙәр ҙә Русланға үҙ көсөнә ышанырға ярҙам итә. Аҡрынлап ҙур ышаныс тойоп, нығыраҡ шөғөлләнә, бөтә әйтелгәндәрҙе теүәл үтәй башлай. Арҡаһы, аяҡ мускулдары нығына, аҡһауы башҡаларға әллә ни һиҙелмәй башлай. Хәҙер ул ҡултыҡ таяҡтарһыҙ ҙа йөрөй ала. Үҫмер “Салют” реабилитация үҙәгенә һөҙөмтәне яҡшыртыу өсөн тағы ла килергә тейеш. Хәҙер уның кәйефе яҡшы, Руслан яңы пландар һәм хыялдар менән йәшәй, күңел яралары ла аҡрынлап уңала. Үҙәктә реабилитация үткән Айнурҙың яҙмышы ла тетрәндерерлек. Ул профессионалдарса оҫта уйнаған шахматсы. Бында уны оҫталыҡта еңгән берәү ҙә юҡ. Башҡа шөғөлдәре лә етерлек, роликтар монтажлай, компьютерҙар менән ҡыҙыҡһына, коляскала бейеүҙәр үҙләштерә, өҫтәмә рәүештә математиканы өйрәнә. Тыуғас та, уға балалар церебраль фалижы тигән диагноз ҡуялар. Биш йәшкә тиклем атламай, табиптар ҙа һөйөндөрөрлөк, йыуатырлыҡ бер һүҙ ҙә әйтмәй. Тәбиғәте менән маҡсатҡа ынтылышлы, ныҡышмал, эшен аҙағына еткереп башҡарырға өйрәнгән малайҙың ҙур терәге – ғаиләһе бар. Ата-әсәһе, олатай-өләсәһе һәр яҡлап уға ярҙам итә. Күп һынауҙар, дауаханалар, Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларында ҡатмарлы реабилитация уның өлөшөнә төшә. Хәҙер ул үҙ аллы атлап йөрөй ала. “Салют”та ул икенсе тапҡыр инде. Бассейнда йөҙөргә ярата, массажға, дауалау физкультураһына йөрөй, логопед менән шөғөлләнә. Шахматта уйнарға олатаһынан өйрәнгән. Хәҙер ул республикала үткән ярыштарҙа ҡатнаша. Айнурҙың бөтә ныҡышмаллығын, ихтыяр көсөн туплап, Торатау шиханына менеүе үҙе батырлыҡ! Киләсәктә программист булырға хыяллана һәм бының тормошҡа ашасағына һис шик юҡ. “Салют” – иҫ киткес киң проект “Салют” реабилитация үҙәгендә балаларҙың яҙмышына битараф булмаған белгестәр эшләй. Уларҙың консультацияһы һәм занятиелары балаларға көстәренә ышанырға, баһаларын күтәрергә, кәмселектәренән тартынмаҫҡа, яңы мөмкинлектәр асырға, төрлө хәүефләнеүҙәрҙән ҡотолорға ярҙам итә. Үҙәктең профессиональ һәм психологик реабилитация һәм абилитация бүлексәһе мөдире Гөлнара Хәйруллина ни өсөн тап ошо үҙәккә килеүен, ҡатмарлы диагноздар ҡуйылған балалар менән эшләүен былай тип аңлата: – “Салют” – иҫ киткес ҙур проект. Мин бында үҙемдең белемемде, тәжрибәмде тулыһынса ҡуллана алам. Шулай уҡ башҡа хеҙмәттәштәрем менән аралашыу яңы алымдар үҙләштерергә ярҙам итәсәк. Мин үҙенсәлекле балалар һәм уларҙың ата-әсәһе менән күптәндән алып эшләйем. Беҙ бергәләп ниндәй йүнәлеште һайларға тип кәңәшләшәбеҙ, ата-әсә иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡараһын, шатлыҡ тойғоһо кисерһен, теләк-хыялдары менән уртаҡлашһын өсөн тырышабыҙ. Үҙенсәлекле балалар тәрбиәләүсе әсәләрҙең тормош юлы бөтөнләй башҡаса. Миңә улар ошо ҡатмарлы юлды ауыртыныуһыҙ үтһен, баланың диагнозын ҡабул итә алһын, мөмкин булмағанды талап итмәһен өсөн күп эш башҡарырға тура килә. Әҙер яуаптар юҡ. Төрлө ысулдар ярҙамында эш алгоритмын планлаштырып, төп маҡсатты билдәләйбеҙ. Ә ҙур маҡсат бик күп ваҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙән тора. Әлбиттә, ҡайһы бер ата-әсә үҙҙәренең мөхитенә беҙҙе индермәҫкә, ҡайғыларына ҡағылдырмаҫҡа тырыша, тик был хәлде ҡатмарландыра ғына, стресс, хәүефләнеү һәм ярһыусанлыҡты бала бик тиҙ тоя. Ата-әсәнең үҙен нисек тотоуына, аңлап эш итеүенә баланың яҙмышы ныҡ бәйле. Әсәйҙәр барыһын да булдыра – быны онотмағыҙ! Төшөнкөлөккә бирелеү – беҙҙең юл түгел. Ҡайһы саҡта арыу-талсығыу һиҙелә, әммә эшеңдең ыңғай һөҙөмтәһен күреү бөтә йонсоуҙарыңды һыпырып ала, энергия, көс бирә, – ти табип. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы комплекслы реабилитациялау һәм абилитациялауҙа эшләгән “Салют” үҙәгенең үҙенсәлекле хеҙмәте тураһында уның директоры Милана Скоробогатова түбәндәгеләрҙе белдерҙе: – Беҙҙең эштең үҙенсәлеге шунда: балаларҙы белем алыуҙан өҙмәйенсә социаль, медицина ярҙамын күрһәтәбеҙ. Улар менән бер юлы педиатр, физиотерапевт, ортопед, дефектолог, логопед, профориентолог, психолог, нейропсихолог шөғөлләнә. Ата-әсәләргә лә психологик ярҙам күрһәтелә, ғаиләлә тыныс мөхит булыуы мөһим. Вәғәҙәләр тормошҡа аша “Салют” үҙәгендә һәр мөйөш бала, уның сәләмәтлеген тергеҙеү өсөн уйланып эшләнгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре менән осрашҡан сағында уларға ҙур хәстәрлек һәм яуаплылыҡ менән балаларын тәрбиәләүҙәре өсөн ҙур рәхмәт әйтеп, ошо”Салют” реабилитация –белем үҙәген асырға планлаштырыуҙары тураһында белдергәйне. “Һеҙҙең менән берлектәге эштең мәғәнәһе – һеҙ, үҙенсәлекле балаларҙың ата-әсәләре, власть алдына ҡуйған проблемаларҙың сиселештәрен табыу. Беҙ һеҙҙең менән балаларҙы реабилитациялауға сертификаттар уйлап таптыҡ һәм тормошҡа ашырҙыҡ. Һеҙҙең үтенестән һуң “Салют” үҙәген төҙөй башланыҡ. Баланың һауыҡтырып булмай торған сиргә юлығыуы – был, моғайын, иң юғары ғәҙелһеҙлектер, әммә шулай булырға яҙған икән, беҙ уға иң яҡшыны бирергә тейеш”, – тине Радий Хәбиров. Күреүебеҙсә, вәғәҙәләр тормошҡа аша. Проектты тормошҡа ашырыуға ике миллиард һум тирәһе аҡса йүнәлтелгән. 25,7 мең квадрат метр майҙанды биләгән “Салют” бинаһында көнөнә 250 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән реабилитация үҙәге, медицина блоклы стационарҙар, психоневрология һәм эпилептология үҙәге, шулай уҡ “Йондоҙ” мәктәбе урынлаштырылған. Бында йыл һайын сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән ете меңдән ашыу бала хеҙмәтләндереләсәк. Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы: “Беҙҙең республикала 20 меңдән ашыу “үҙенсәлекле” бала бар, уларға үҫеш өсөн иғтибар һәм уңайлы шарттар кәрәк. Шуға күрә беҙ ата-әсәләр үтенесе буйынса”Салют” комплексы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Был - үҙенсәлекле учреждение. Беҙ унда балалар бөтә тейешле ярҙамды алһын өсөн социаль һәм медицина реабилитацияһын, белем һәм коррекцион программаларҙы берләштерергә тырыштыҡ. Төҙөүселәргә һәм хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт. Республикала “үҙенсәлекле” балалар менән эш инфраструктураһы бик үҫешкән. 36 коррекцион мәктәп, 23 реабилитация үҙәге эшләй. “Салют” ошо ҙур һәм кәрәкле эштең флагманы буласаҡ, балаларыбыҙға сәләмәтерәк һәм көслөрәк булырға,үҙенә ышаныс менән ҡарарға мөмкинлек бирәсәк”. Дарья СТЕПИНА, әсә: “Бик яҡшы реабилитация үҙәге. Республика балалар клиник дауаханаһы йүнәлтмәһе буйынса “Салют”та дауаландыҡ. Реабилитация өсөн барыһын да эшләйҙәр, бының өсөн аҡса алмайҙар. Барыһы ла мотлаҡ медицина полисы буйынса башҡарыла. Ҙур, киң, һәр ерҙә тәртип хакимлыҡ иткән биләмә, майҙансыҡтар күп, дауаланғандан һуң рәхәтләнеп йөрөргә була. Персонал итәғәтле, һәр һорауыңа яуап бирергә әҙер. Бер генә үтенесем бар: “Салют”үҙәгенә тиклем автобус ебәрһәләр ине. Башҡа бер кәмселек тә таба алманым, бында барыһы ла оҡшай”. Ольга АНТИПИНА,әсә: “Ҙур рәхмәт үҙәк хеҙмәткәрҙәренә! Ҡыҙымдың хис-тойғоларын күрһәгеҙ икән! Йыһандай! Шуныһы ҡыҙыҡ– ул бында тағы ла килергә теләй. Бындай ынтылышты унда күптән күргәнем юҡ. Тышта йөрөргә, ял итергә, төрлө сараларҙа ҡатнашырға мөмкин, бик тәмле ашаталар. Хатта минең иркә ҡыҙыма ла оҡшаны”. Фото: “Салют” балалар реабилитация комплексы сайты.