Ун көн элек республикала урып-йыйыу кампанияһы башланды. Комбайндар ужым арышын һәм бойҙайын, арпаны һәм борсаҡты йыя. Эштәрҙең тәүге көндәре ҡыуандара – Башҡортостан рекордлы уңыш йыя. Бөгөнгә күрһәткестәр тураһында Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне. – Ураҡтың тәүге көндәрендә Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген сәселгән майҙандарының 10проценты сабылды һәм 550 мең тоннанан ашыу иген һуғылды. Әлегә эшсәндәр ужым арышын һәм бойҙайын, арпа, борсаҡ йыя. 1,5-2 аҙнанан яҙғы игенде урып йыйыуға тотонасаҡбыҙ, – тине вице-премьер. Иң ҡыуаныслыһы, быйыл уңыш йәнә рекордтар ҡуя. Уртаса уңыш – гектарынан 40,1 центнер. Ә иң юғары күрһәткес — гектарынан 60 центнер, ул Нуриман районында теркәлгән. Быйыл бөтәһе 2,67 миллион гектар майҙандан уңыш йыйып алырға кәрәк (былтырғы кеүек үк). Шуларҙың 1,4 миллион гектары — иген һәм ҡуҙаҡлы иген, 690 меңе— техник культуралар. Төбәктә 34 элеватор һәм келәт уңыш