Найти в Дзене

Нефтекама ҡала китапханаһы ишектәрен асырға йыйына

Нефтекама үҙәк ҡала китапханаһын капиталь ремонттан һуң сентябрь айында асырға йыйыналар. Ремонт эштәре “Ғаилә” милли проектына ярашлы башҡарыла. Былтыр учреждение федераль һайлап алыу конкурсын уңышлы үтте. 2025 йылда ремонт эштәренә финанс средстволары менән тәьмин ителде. Үҙгәртеп ҡороу май айында башланды. Ошо ваҡыт эсендә бина ҡыйығын һәм тәҙрә блоктарын алмаштырҙылар, һыу менән тәьмин итеү, канализация һәм елләтеү системаларын яңырттылар, электр монтажлау эштәрен үткәрҙеләр. Әле бинаны ремонтлау эштәре дауам итә. Оҙаҡламай учреждениеға заманса ҡорамалдар һәм йыһаздар килтереләсәк. – Милли проектта ҡатнашыу учреждение үҫеше өсөн ҙур этәргес булды. Киләсәктә китапхана системаһын яңыртыуға йүнәлтелгән федераль һәм төбәк программаларында ҡатнашырға уйлайбыҙ. Маҡсатыбыҙ – ҡала китапханаһын ҡала халҡы өсөн яратҡан мәҙәниәт үҙәгенә әүерелдереү, – тине ҡаланың үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры Александр Носков. Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, илгә ҡағылған тәрән

Нефтекама үҙәк ҡала китапханаһын капиталь ремонттан һуң сентябрь айында асырға йыйыналар. Ремонт эштәре “Ғаилә” милли проектына ярашлы башҡарыла. Былтыр учреждение федераль һайлап алыу конкурсын уңышлы үтте. 2025 йылда ремонт эштәренә финанс средстволары менән тәьмин ителде. Үҙгәртеп ҡороу май айында башланды. Ошо ваҡыт эсендә бина ҡыйығын һәм тәҙрә блоктарын алмаштырҙылар, һыу менән тәьмин итеү, канализация һәм елләтеү системаларын яңырттылар, электр монтажлау эштәрен үткәрҙеләр. Әле бинаны ремонтлау эштәре дауам итә. Оҙаҡламай учреждениеға заманса ҡорамалдар һәм йыһаздар килтереләсәк. – Милли проектта ҡатнашыу учреждение үҫеше өсөн ҙур этәргес булды. Киләсәктә китапхана системаһын яңыртыуға йүнәлтелгән федераль һәм төбәк программаларында ҡатнашырға уйлайбыҙ. Маҡсатыбыҙ – ҡала китапханаһын ҡала халҡы өсөн яратҡан мәҙәниәт үҙәгенә әүерелдереү, – тине ҡаланың үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры Александр Носков. Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: “Красное знамя” гәзите.