Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Урман шаулап үҫһен өсөн

Башҡортостанда урмандарҙы агротехник тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә. Был саралар “Экологик именлек” милли проктына ярашлы (национальный проект “Экологическое благополучие”) башҡарыла, тип хәбәр итә республиканың Урман хужалығы министрлығы. Башҡортостан урмансылары 12,5 мең гектарҙан ашыу майҙанды эшкәрткән, йәш ағастарҙы тәрбиәләү сараларын күргән. Эш күләме буйынса лидерҙар – Әбйәлил, Баймаҡ, Балаҡатай, Инйәр һәм Салауат урман хужалыҡтары. Тупраҡты йомшартыу һәм сүп үләндәрен йолҡоу төп эштәр рәтендә. Урманды ултыртыу ғына түгел, уны хәстәрләү ҙә - мөһим сараларҙың береһе. Агротехник тәрбиә – сәләмәт урман үҫеүенә гарантия. – Агротехник тәрбиә ҡул менән дә, заманса техника ҡулланып та башҡарыла. Һуңғы алты йыл эсендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, 300 берәмектән ашыу төрлө урман хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары алынды. Бындай мөнәсәбәт урманды тәрбиәләү буйынса ҙур эш башҡарырға булышлыҡ итә, – ти республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров. Ми

Башҡортостанда урмандарҙы агротехник тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә. Был саралар “Экологик именлек” милли проктына ярашлы (национальный проект “Экологическое благополучие”) башҡарыла, тип хәбәр итә республиканың Урман хужалығы министрлығы. Башҡортостан урмансылары 12,5 мең гектарҙан ашыу майҙанды эшкәрткән, йәш ағастарҙы тәрбиәләү сараларын күргән. Эш күләме буйынса лидерҙар – Әбйәлил, Баймаҡ, Балаҡатай, Инйәр һәм Салауат урман хужалыҡтары. Тупраҡты йомшартыу һәм сүп үләндәрен йолҡоу төп эштәр рәтендә. Урманды ултыртыу ғына түгел, уны хәстәрләү ҙә - мөһим сараларҙың береһе. Агротехник тәрбиә – сәләмәт урман үҫеүенә гарантия. – Агротехник тәрбиә ҡул менән дә, заманса техника ҡулланып та башҡарыла. Һуңғы алты йыл эсендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, 300 берәмектән ашыу төрлө урман хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары алынды. Бындай мөнәсәбәт урманды тәрбиәләү буйынса ҙур эш башҡарырға булышлыҡ итә, – ти республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.