Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Алтайҙың туриндустрия вәкилдәрен Башҡортостан менән таныштырҙылар

Өфөлә, "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" "(национальный проект «Туризм и гостеприимство») милли проекты маҡсаттарына ярашлы, Башҡортостандың һәм Алтай Республикаһының туроператорҙар һәм туристик бизнес вәкилдәренең осрашыуы үтте, унда ҡабул итеүсе төбәктең туристик мөмкинлектәре, шулай уҡ был өлкәләге үҫеш тәжрибәһе менән таныштырҙылар. Был турала республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә. Сара быға тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Алтай Республикаһы Башлығы Александр Турчак ҡул ҡуйған хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә ойошторолдо. Документ ике республиканың туристик һәм инвестиция йәлеп итеү һәләтен нығытыуға йүнәлтелгән. "Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы 2025 йылдың 3-4 июнендә Алтай Республикаһына сәфәре барышында ике төбәктең турист операторҙары араһында 12 килешеү төҙөлдө. Был осрашыу – ике республиканың төбәк-ара бәйләнешен һәм хеҙмәттәшлеген нығытыуҙа сираттағы бер аҙым, ул туризм өлкәһендәге берлектәге проекттарҙы артабан тормошҡа ашы

Өфөлә, "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" "(национальный проект «Туризм и гостеприимство») милли проекты маҡсаттарына ярашлы, Башҡортостандың һәм Алтай Республикаһының туроператорҙар һәм туристик бизнес вәкилдәренең осрашыуы үтте, унда ҡабул итеүсе төбәктең туристик мөмкинлектәре, шулай уҡ был өлкәләге үҫеш тәжрибәһе менән таныштырҙылар. Был турала республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә. Сара быға тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Алтай Республикаһы Башлығы Александр Турчак ҡул ҡуйған хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә ойошторолдо. Документ ике республиканың туристик һәм инвестиция йәлеп итеү һәләтен нығытыуға йүнәлтелгән. "Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы 2025 йылдың 3-4 июнендә Алтай Республикаһына сәфәре барышында ике төбәктең турист операторҙары араһында 12 килешеү төҙөлдө. Был осрашыу – ике республиканың төбәк-ара бәйләнешен һәм хеҙмәттәшлеген нығытыуҙа сираттағы бер аҙым, ул туризм өлкәһендәге берлектәге проекттарҙы артабан тормошҡа ашырырға һәм төбәктәрҙә туристар ағымын арттырырға мөмкинлек бирәсәк», — тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Сара барышында ҡунаҡтар үҙ төбәгенең туристик мөмкинлектәре менән дә таныштырҙы, уның матур һәм ылыҡтырғыс урындарын айырып күрһәттеләр. Улар туристарҙы йәлеп иткән матур урындар, маршруттар тураһында таныштырҙы. "Алтай Республикаһындағы биш урын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән, был төбәктең байлығы һәм үҙенсәлеге тураһында һөйләй. Беҙҙең район хозур тәбиғәте, мөһабәт тауҙары, тәбиғи парктары менән дан тота. Беҙ туристарға төрлө турҙар тәҡдим итәбеҙ, шул иҫәптән һыбай йөрөү, ат-һыу, һыу, йәйәү, экскурсия һәм берләштерелгән маршруттар», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды үҙ сығышында «Алтай Актив Тур» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Татьяна Зяблицкая. Туроператорҙар һәм туристик бизнес вәкилдәренең осрашыуы хеҙмәттәшлек өсөн яңы перспективалар асты, шулай уҡ үҙ-ара файҙалы партнерлыҡты нығытыу, тәжрибә һәм идеялар менән уртаҡлашыу мөмкинлеген бирҙе. "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" (национальный проект «Туризм и гостеприимство») милли проекты инфраструктураны үҫтерергә, ҡорамалдар етештерергә, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләргә һәм Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә сәйәхәт итеүгә булышлыҡ итергә ярҙам итә. Туристар сифатлы хеҙмәтләндереү һәм шәп тәьҫораттар ала, ә бизнесҡа дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Былар барыһы ла сәйәхәттәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итә. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: gtrkrb.ru