Дүртөйлө районының Түбәнге Әлкәш һәм Исмаил ауылдары араһындағы юлға яңы асфальт түшәнеләр, һыҙыҡ һыҙҙылар һәм юл ситтәрен ипкә килтерҙеләр. Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. - Дүртөйлө - Груздевка юлының ремонтланыуы Дүртөйлө һәм Илеш райондарының күп кенә ауылдарында йәшәүселәргә хәүефһеҙ, уңайлы йөрөргә булышлыҡ итәсәк, - тип белдерҙе республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Сығанаҡ: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы. Фото: “Вести Башкортостан”.