“Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә Конкурс 1 авгусҡа тиклем дауам итә. Проектҡа ярашлы, ауылға йәки 50 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән ҡалаға эшкә барған белгестәр бер тапҡыр компенсация алырға хоҡуҡлы. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан ошо турала белдерәләр. Программала мәҙәниәт йүнәлеше буйынса профессиональ белеме булған Рәсәй граждандары ҡатнаша ала. Еңеүселәрҙе махсус комиссия һайлай. Улар эшләргә тейешле мәҙәниәт ойошмаһы һәм Мәҙәниәт министрлығы менән хеҙмәт килешеүе төҙөргә бурыслы. “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы 2021 йылдан тормошҡа ашырыла. Ул Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды.
“Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә
18 июля 202518 июл 2025
~1 мин