Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Беҙҙең хаталанырға хаҡыбыҙ юҡ”

Матурлыҡ индустрияһына ихтыяж арта Матурлыҡ – донъяны ҡотҡарырға һәләтле ҙур көс. Шулай булмаһа, кешелек һәр ваҡыт лайыҡлы күренергә, ыҫпай кейенергә, мода менән ҡыҙыҡһынырға, һаулығын хәстәрләргә ынтылмаҫ ине. Ысынлап та, матурлыҡ һәм тышҡы ҡиәфәтеңә иғтибар биреү баһаңды арттырыу һәм үҙ-үҙеңде күрһәтеүҙә, үҙеңде башҡалар араһында ышаныслы тойоуҙа ҙур роль уйнай. Хәҙерге заманда матурлыҡ индустрияһы сәскә атыу осорон кисерә, ә бынан тиҫтә йыл элек уның менән ҡыҙыҡһынғандар, хеҙмәттәренән файҙаланғандар аҙ ине. Спа-салондар, парикмахерскийҙар, косметология саралары етештереү производстволары, тырнаҡ-ҡаш сервисы, массаж яһау, визажист, косметолог хеҙмәттәре эргәһенә яңылары өҫтәлеп тора, өр- яңы профессиялар һәм хеҙмәттәр барлыҡҡа килә. Ихтыяж артыу менән бергә белеме булмаған көйө хәүефле хеҙмәттәр күрһәтеүсе намыҫһыҙ белгестәр артыуы ла билдәле. Квалификацияһы булмаған косметологтар, кемдең ниндәй хеҙмәт күрһәтергә тейешлеген аңламаған клиенттар, ҡайһы осраҡта медицина эшмәкәрлегенә м

Матурлыҡ индустрияһына ихтыяж арта Матурлыҡ – донъяны ҡотҡарырға һәләтле ҙур көс. Шулай булмаһа, кешелек һәр ваҡыт лайыҡлы күренергә, ыҫпай кейенергә, мода менән ҡыҙыҡһынырға, һаулығын хәстәрләргә ынтылмаҫ ине. Ысынлап та, матурлыҡ һәм тышҡы ҡиәфәтеңә иғтибар биреү баһаңды арттырыу һәм үҙ-үҙеңде күрһәтеүҙә, үҙеңде башҡалар араһында ышаныслы тойоуҙа ҙур роль уйнай. Хәҙерге заманда матурлыҡ индустрияһы сәскә атыу осорон кисерә, ә бынан тиҫтә йыл элек уның менән ҡыҙыҡһынғандар, хеҙмәттәренән файҙаланғандар аҙ ине. Спа-салондар, парикмахерскийҙар, косметология саралары етештереү производстволары, тырнаҡ-ҡаш сервисы, массаж яһау, визажист, косметолог хеҙмәттәре эргәһенә яңылары өҫтәлеп тора, өр- яңы профессиялар һәм хеҙмәттәр барлыҡҡа килә. Ихтыяж артыу менән бергә белеме булмаған көйө хәүефле хеҙмәттәр күрһәтеүсе намыҫһыҙ белгестәр артыуы ла билдәле. Квалификацияһы булмаған косметологтар, кемдең ниндәй хеҙмәт күрһәтергә тейешлеген аңламаған клиенттар, ҡайһы осраҡта медицина эшмәкәрлегенә мотлаҡ лицензия талап ителеүен белмәү проблеманы тәрәнәйтә. Косметология – медицинаның бер мөһим өлөшө, унда ялған белгестәрҙең эшләүе кешеләрҙең сәләмәтлегенә зыян килтереүҙән тыш, тармаҡҡа тап төшөрә, абруйын боҙа. Өфө ҡалаһындағы “Про Тело” косметология салоны етәксеһе Зилә Рәит ҡыҙы Насироваға ни өсөн был индустрияның ҙур һорау менән файҙаланыуы, клиенттарға салонға аяҡ баҫыу алдынан нимәләр тураһында белеү кәрәклеге тураһында әңгәмәләштек. Ул – тирене йәшәртеү, һауыҡтырыу, эстетик етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, арыу-талсығыу һәм стрестарҙан арындырыусы массаж буйынса белгес, медицина белеменә эйә. “Косметология өлкәһендә профессионализм, репутация бик мөһим, сөнки клиент үҙенең һаулығын һәм тышҡы ҡиәфәтен һеҙгә ышанып тапшыра, шуға күрә был эштә хаталанырға хаҡыбыҙ юҡ. Медицина белеме булыу ғына аҙ, даими квалификацияны күтәреү, гигиена нормаларын күҙәтеү, стерилләү мотлаҡ”, – ти ул. Миҙгелдәрҙең һәр береһе кеше организмына, тире торошона тәьҫир итә. Ҡайһы саҡта белгестәргә мөрәжәғәт итеү күп бәләләрҙән ҡотҡара. Мәҫәлән, йәйге ҡояш нурҙарында бешкән тән тиреһен тергеҙеү, стресс йоғонтоһонда уның төп гормоны булған кортизолдың тиренең ҡартайыуына килтереүен булдырмау, ҡоро һәм төҫһөҙләнгән тирене сәләмәт хәл-торошҡа ҡайтарыу өсөн тәүҙә уның сәбәптәрен аңларға һәм асыҡларға кәрәк. Тиренең ҡоро булыуы һыу етешмәгәнлектән генә түгел, ә тиреләге май ҡатламы һәм күҙәнәк - ара липидтар ҡытлығы арҡаһында булыуы ла ихтимал. – Мин Өфө медицина колледжында “Сестринское дело”факультетын тамамлағандан һуң косметолог белгеслегенә уҡыным. Төрлө салондарҙа эшләп тәжрибә тупланым. Был профессия бик күп белеүҙе, даими камилләшеүҙе, һөнәр нескәлектәрен өйрәнеүҙе талап итә. Мәҫәлән, RFлифтинг массажына йөрөргә теләүселәр күп, ни өсөн тигәндә, арыу һәм ҡартлыҡ билдәләре күренгәнгә тиклем тире тонусын һаҡлау, һынды, һырҙарҙы булдырмау, йөҙ һыҙатланышын тотоу һәм башҡа йәшәртеү процедураларына ихтыяж ҙур. Тик уның ҡаршы күрһәтмәләре булыуын бары белгес кенә белә. Тоташтырыусы туҡыма сирҙәре, хроник сирҙәрҙең киҫкен осоро, йөклөлөк, протездар, импланттар, юғары ҡан баҫымы, диабет, онкология сирҙәре был процедураны үткәреүҙә ҡаршылыҡ булып тора. Шуға күрә мин йәшәртеү процедураларын һайлағанда сеанстар араһындағы интервалды ҡәтғи үтәргә, клиниканы ентекләп һайларға, табиптың квалификацияһына һәм рейтингына ҙур иғтибар бирергә кәңәш итәм. – Һәр кем матур ҙа, зифа ла, сәләмәт тә булырға теләй. Әгәр ҙә ниндәйҙер сәбәп менән клиентты ҡабул итеүҙән баш тартһағыҙ, ул бит башҡа клиниканы эҙләп китәсәк... Хатта уны ҙур теләк менән ҡабул итеүҙәре ихтимал. – Ҡайһы бер процедураларҙы, мәҫәлән, пресс терапияһын тәғәйенләүгә ҡаршы күрһәтмәләр бар. Кеше менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшәбеҙ, аңлатабыҙ. Лимфодренаж массажы зифа буйлы, матур булырға теләгән һәр кемгә килешә, әммә ҡайһы саҡта шешенеүгә дусар, һытҡылар йөҙәткән, ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүе менән яфаланғандарға пресс терапияһы яҡшыраҡ, тип кәңәш итәбеҙ. Тик ул һөҙөмтәле булһын өсөн процедураны үткәреүсе белгестең лимфаның нисек хәрәкәт итеүен яҡшы белеүе мөһим. Өҫтәүенә тире ауырыуҙары, онкология, туберкулез, йөклөлөк, эпилепсия, ауыр йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре булғанда был процедураны үткәреү ҡәтғи тыйыла. Пресс терапияһының һөҙөмтәһе бик яҡшы: артыҡ шыйыҡлыҡты сығарыу һөҙөмтәһендә бер нисә килограмм ауырлыҡтан ҡотола алаһығыҙ , тиренең һығылмалылығы күтәрелә, ҡан әйләнеше яҡшыра, шешенеү юғала, мускулдарҙың тонусы арта. Беҙ һәр кеше менән кәңәшләшеп, уның анамнезы менән танышабыҙ. Әгәр ҙә ниндәйҙер процедураны тәғәйенләп булмай икән, башҡаһын тәҡдим итәбеҙ. Ябығырға, һомғоллоғон ҡайтарырға теләгән бер ҡатынды тикшергәндән һуң унда май ҡатламы булмауын аңлап, башҡа белгескә мәрәжәғәт итергә тәҡдим иттек. Ул беҙҙең тәҡдимде ҡабул итеп, иғтибарлы булыуыбыҙ өсөн рәхмәт белдерҙе. – Беҙгә бала тапҡандан һуң буй-һынының үҙгәреүенә дәғүә белдереп, ябығырға теләгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа мөрәжәғәт итә, –тип һүҙгә ҡушылды косметолог Гүзәл Муллабаева. – Бер саҡ декрет ялында ултырған йәш әсә шылтыратып, үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Бала тапҡандан һуң ауырлығы артҡан, кәүҙәһе үҙгәргән ҡатынды тышҡы ҡиәфәте бик борсой, үҙен ышанысһыҙ тоя башлаған, уны салондағы хаҡтар ҡыҙыҡһындыра. Әсәнең хәленә инеп, акция иғлан итеп, электр стимуляцияһы процедураһының хаҡын кәметтек. Ул шатланып беҙгә килергә булды. Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙем процедураның һөҙөмтәһен уға ҡарағанда ла нығыраҡ көттөм шикелле, борсолдом. Затон биҫтәһенән ире, сабый менән сеанстарға бергәләп киләләр, ҡатыны салонда саҡта ире балаһын тышта коляскала йөрөтә. Ысынлап та, һөҙөмтә яҡшы булды, ике аҙна эсендә ҡатын өс килограмм ауырлыҡтан ҡотолоп, бик ҡәнәғәт ҡайтып китте. Тағы шундай бер ваҡиға иҫтә ҡалған. Бер ханым эсенең ҙурайыуына зарланып, уны кәметеү теләге менән килгәйне. Беҙ уға тәүҙә эндокринологҡа күренергә кәңәш бирҙек, аҙаҡтан ҡатын шылтыратып, борсолоуыбыҙ өсөн рәхмәт белдерҙе. – Ҡайһы берәүҙәр төрлө массаж яһау приборҙары һатып алып, үҙҙәренә дауа тәғәйенләй. Был бик хәүефле. Беҙ клиенттарыбыҙға уларҙы нисек файҙаланыу буйынса кәңәштәребеҙҙе бирәбеҙ, сөнки дөрөҫ ҡулланмау арҡаһында ҡайһылары тәндәренкүгәртеп бөтөрә , ҡан тамырҙарын зарарлай, – ти Зилә Раит ҡыҙы. Матурлыҡ һәм һаулыҡ салоны косметологтары медицина буйынса белемдәрен дә даими камилләштереү менән бергә заман косметик эстетикаһы буйынса ла талаптарҙан ҡалышмаҫҡа, клиенттарының зауығына, ихтыяжына яуап бирергә тырыша. Зилә Насирова йыл да косметологтар араһында үткәрелеүсе “Золотое сечение” конкурсында ихлас ҡатнашып, һынауҙарҙы уңышлы үтә, мул тәжрибә туплай. Ә былтыр был престижлы бәйгелә икенсе урынға лайыҡ булып, диплом һәм кубок менән бүләкләнде. Динә Арыҫланова. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.