Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Әбйәлил районының Күсем руднигы ауылында Мауыҙҙы күленән шунда булған кешеләр 63 йәшлек ирҙе ярға сығара. Мәғлүм булыуынса, Силәбе өлкәһенән дүрт кешенән торған компания – ике апалы-һеңлеле ирҙәре менән ял итергә килгән. Ир 23:30 сәғәт тирәһендә иҫерек килеш һыу инергә киткән. Ярҙан 20 метр алыҫлыҡта һыу ингән саҡта ир шаһиттар алдында һыу аҫтына китә. Шулай уҡ Учалы районының Миндәк ауылында урындағы күлдән водолаздар 38 йәшлек ирҙе сығарған. Белорет ҡалаһында урындағы быуанан ҡотҡарыусылар 51 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарған. Һәр осраҡта ла һыу инеүҙе тыйған аншлагтар торған, һыу инеү урындары йыһазландырылмаған урында һыуға төшкәндәр. Оператив-тикшереү саралары үткәрелә. Үткән тәүлектә Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл теркәлмәгән. Һыу объекттарында бер ваҡиға булған. Янғын һүндереүселәр 34 янғынды һүндергән. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығын