Тутыя һәм Насибулла Абхалиҡовтарҙың йәшеллеккә сумып ултырған ҙур йорто Абзан ауылының йәмле ситендә генә, эргәһендә гөрләп аҡҡан йылғаһы, уңайлы иркен биләмәһе бар. Хужалар йорттарына төкәтеп, ҙур веранда төҙөй башлағандар. Бик матур, күркәм булмаҡсы. Ғаилә башлығы Насибулла Ғиззәтулла улы беҙҙе йорт биләмәһенә инергә саҡыра, хатта оло йәштәге, теремек Фәнзилә инәй ҙә әйҙүкләп ҡаршыларға килеп сыҡҡан. Татыулыҡта, берҙәмлектә йәшәгән ғаилә һөйөнөс-көйөнөстәрҙе уртаҡлашып, ауылдаштары менән кәңәш ҡороп йәшәргә күнеккән. Ҡунаҡсыл ғаиләнең йорт стеналарындағыфотоларға, шатлыҡлы йөҙҙәргә ҡарап, уларҙың ниндәй бәхетле, бер-береһенә ихлас, иғтибарлы булыуҙарын күрәһең. Улар араһында махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Элмирҙең фотолары айырым урын алып тора. Бала юғалтыу ҡайғыһынан да ҙурырағы, йөрәкте нығыраҡ телгеләгәне юҡтыр, Абхалиҡовтарҙың был әҙәм күтәргеһеҙ юғалтыуҙы кисергәндән һуң да йәшәргә көс табыуы, хәстәрлек һәм һөйөүҙәрен ейәндәре Әлмирға