Башҡортостан спортсылары көрәш буйынса донъя кубогында алты миҙал яуланы. Рубин Рәжәбов, Артур Зөлҡәрнәев, Денис Ускомбаев һәм Мансур Юлтимиров үҙ ауырлыҡ категорияларында чемпион булды, Ә Айнур Сыртаев менән Евгений Зиязов – бронза призерҙары, тип хәбәр итте башҡортостандың спорт вице-премьер - министры Руслан Хәбибов.
Уның һүҙҙәренсә, финал ярыштары бөгөн, 7 июлдә, Мәскәүҙә һабантуй сиктәрендә үтте.
Ярыштарҙа 17 илдән бөтәһе 150 спортсы ҡатнашты.
Егеттәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!