Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында 4-6 июлдә “Рәсүлев уҡыуҙары: ислам тарихта һәм Рәсәйҙең заманса тормошонда” тигән халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Сарала 900-ҙән ашыу власть органдары вәкилдәре, дини ғалимдар, философтар, милли-мәҙәни үҙәктәрҙең активистары, дини һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Рәсәйҙең 17 төбәгенән, 20 сит илдән ҡатнашыусылар йыйылды. Пленар өлөштә Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер, илдең баш мөфтөйө Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин сығыш яһаны. Конференцияла Башҡортостандан да делегация ҡатнашты. Силәбе өлкәһендә Башҡортостан вәкиле Әлфир Байымов, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағында Башҡортостандың дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһы ректоры Данияр Абдрахманов һәм башҡалар булды. Быйылғы уҡыуҙар Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватан һаҡсылары йылына арналды. -Башҡортостан өсөнсө йыл рәттән конференция эшендә ҡатнашып, уға үҙенсәлекле статус өҫтәй. Быйыл төп тема Ватан һаҡсылары йылына арналыуы сәбәпле, беҙ Башҡортостанда патриотик эшт