Өс көндә 85 сара үтте, унда илебеҙҙең 89 төбәгенән һәм ете сит дәүләттән вәкилдәр ҡатнашты, 260 спикер эш алып барҙы. Былар – XIII Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтары съезына бәйле күрһәткес. Өфөлә 2 июлдә башланған ҙур йыйынға бөгөн йомғаҡ яһалды. Сараның төп маҡсаты – йәш ғалимдарҙы йәмғиәтте, илебеҙҙе үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләрен яйға һалыу эшенә йәлеп итеү. Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни берләшмәләре советтары съезы дәүләтебеҙ Президенты ҡушыуы буйынса йыл һайын үткәрелә. Ул Фән һәм технологиялар ун йыллығы (2022 – 2031 йылдар) саралары иҫәбенә индерелгән. Өс көнлөк эшкә йомғаҡ яһау тантанаһында сығыш яһап, Курчатов институты директорының мегасайенс проекттары буйынса урынбаҫары, Ғилем һәм белем биреү өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса координация советы рәйесе Никита Марченков съездың былтырғыға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ үткәнен билдәләне. – Форумда илдең барлыҡ төбәктәренән 1300 кеше ҡатнашты, 85 сарала 260 спикер сығыш яһаны, – тине ул