Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Стәрлетамаҡта "Хәләл-фест" фестивале үтәсәк

5 июлдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда тәүге тапҡыр “Хәләл-фест” фестивале уҙғарыла. Байрамдың маҡсаттарының береһе — хәләл продукцияһын етештереүсе урындағы етештереүселәргә ярҙам итеү, был “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) бурыстарына тап килә, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендә. Сара Стәрлетамаҡ халҡын һәм ҡунаҡтарын хәләл мәҙәниәте һәм йолалары менән таныштыра. Фестивалдә киң гастромайҙансыҡ тәҡдим ителәсәк. Тәмле һәм сифатлы аҙыҡ яратыусылар “хәләл”дең бөтә талаптарына ярашлы әҙерләнгән төрлө ризыҡтарҙан, эсемлектәрҙән һәм тәм-томдарҙан ләззәт аласаҡ. Традицион ҡыҫтыбый, милли ҡамыр ризыҡтары, былау, башҡорт сәйе, ҡымыҙ — тәҡдим ителгәндәрҙең тулы булмаған исемлеге. Бынан тыш, Башҡортостандан, шулай уҡ Татарстан Республикаһынан һәм Кострома өлкәһенән 70-тән ашыу оҫта фестивалдең йәрминкә майҙансығында теркәлгән. Улар ҡулдан эшләнгән тауарҙар: биҙәүестәр һәм аксессуарҙар, тәбиғи

5 июлдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда тәүге тапҡыр “Хәләл-фест” фестивале уҙғарыла. Байрамдың маҡсаттарының береһе — хәләл продукцияһын етештереүсе урындағы етештереүселәргә ярҙам итеү, был “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) бурыстарына тап килә, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендә. Сара Стәрлетамаҡ халҡын һәм ҡунаҡтарын хәләл мәҙәниәте һәм йолалары менән таныштыра. Фестивалдә киң гастромайҙансыҡ тәҡдим ителәсәк. Тәмле һәм сифатлы аҙыҡ яратыусылар “хәләл”дең бөтә талаптарына ярашлы әҙерләнгән төрлө ризыҡтарҙан, эсемлектәрҙән һәм тәм-томдарҙан ләззәт аласаҡ. Традицион ҡыҫтыбый, милли ҡамыр ризыҡтары, былау, башҡорт сәйе, ҡымыҙ — тәҡдим ителгәндәрҙең тулы булмаған исемлеге. Бынан тыш, Башҡортостандан, шулай уҡ Татарстан Республикаһынан һәм Кострома өлкәһенән 70-тән ашыу оҫта фестивалдең йәрминкә майҙансығында теркәлгән. Улар ҡулдан эшләнгән тауарҙар: биҙәүестәр һәм аксессуарҙар, тәбиғи күндән әйберҙәр, милли кейем, кейеҙҙән әйберҙәр, ағас һауыт-һаба, тәбиғи һабын һәм башҡа күп нәмәләр тәҡдим итәсәк. Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә балалар һәм өлкәндәр өсөн конкурстар, уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, хәләл индустрия һәм сәләмәт туҡланыу тураһында танып белеү лекциялары һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк. – Стәрлетамаҡтағы “Хәләл-фест” – был беҙҙең эшҡыуарҙар, етештереүселәр һәм һөнәрселәр өсөн уникаль майҙансыҡ, улар үҙҙәрен таныта, үҙ продукцияһын киң аудиторияға тәҡдим итә, яңы партнерҙар таба һәм һатыу күләмен арттыра ала. Был сарала ҡалабыҙҙа хәләл индустрияһын үҫтереү өсөн ҙур потенциал күрәбеҙ һәм сифатлы һәм талап ителгән продукцияны үҫтереүгә йүнәлтелгән башланғыстарға һәр яҡлап ярҙам итәбеҙ, – тип билдәләне Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Айнур Юнысов. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының маҡсаттары — иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияны үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм инвестиция әүҙемлеген арттырыу, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү. Иҡтисадтың сәнәғәт секторҙары перспективаларына, юғары технологияларға һәм йәштәр бизнесына айырыуса иғтибар бүленә. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.