Найти в Дзене

Моңло ғаиләнән йырлы сәләм!

Миңзифа Миҙәхәт ҡыҙы менән Мөҙәрис Мисбах улы 1997 йылда ғаилә ҡора. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. 2006 йылда Ласыновтар Иҫәнбәт ауылына ҡайтып төпләнә. Үҙҙәре әйтмешләй, уларҙы йыр– моң ҡауыштыра. Байыш ауылы егете Мөҙәрис Ласынов бәләкәйҙән гармун уйнай. — Атайым да бик оҫта гармунсы, шунан ҡарап бысҡылдатып өйрәндем инде, – тип йылмая гармунсы. — Ауылдашыбыҙ Рамазан Йәнбәковтың йырҙарына ғашиҡ булып үҫте беҙҙең быуын, ул саҡта гармун–баян уйнай белгән егеттәргә ҡыҙҙар яғынан иғтибар һәм хөрмәт ҙур була торғайны. Мөҙәрис Мисбах улына ваҡытында Баймаҡ районының данлыҡлы Йылайыр совхоз–техникумында оҫта бейеүсе Нияз Байегетов етәкләгән “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамбленең алыштырғыһыҙ баянсыһы булып эшләргә лә тура килә, артабан Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда баянсы була. 2011 йылда Яңауыл районында үткән “Уйна, гармун!” конкурсында 2-се урынды яулай, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар ала. Ҡатынының тыуған ауылы Иҫәнбәткә күсеп ҡайтҡас та “баянсы кейә

Миңзифа Миҙәхәт ҡыҙы менән Мөҙәрис Мисбах улы 1997 йылда ғаилә ҡора. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. 2006 йылда Ласыновтар Иҫәнбәт ауылына ҡайтып төпләнә. Үҙҙәре әйтмешләй, уларҙы йыр– моң ҡауыштыра. Байыш ауылы егете Мөҙәрис Ласынов бәләкәйҙән гармун уйнай. — Атайым да бик оҫта гармунсы, шунан ҡарап бысҡылдатып өйрәндем инде, – тип йылмая гармунсы. — Ауылдашыбыҙ Рамазан Йәнбәковтың йырҙарына ғашиҡ булып үҫте беҙҙең быуын, ул саҡта гармун–баян уйнай белгән егеттәргә ҡыҙҙар яғынан иғтибар һәм хөрмәт ҙур була торғайны. Мөҙәрис Мисбах улына ваҡытында Баймаҡ районының данлыҡлы Йылайыр совхоз–техникумында оҫта бейеүсе Нияз Байегетов етәкләгән “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамбленең алыштырғыһыҙ баянсыһы булып эшләргә лә тура килә, артабан Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда баянсы була. 2011 йылда Яңауыл районында үткән “Уйна, гармун!” конкурсында 2-се урынды яулай, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар ала. Ҡатынының тыуған ауылы Иҫәнбәткә күсеп ҡайтҡас та “баянсы кейәү”ҙе шунда уҡ үҙ итәләр. Ауыл мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән вокал, фольклор ансамблдәренең алыштырғыһыҙ баянсыһына әүерелә. Әле вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй, ялға ҡайтҡан ваҡыттарында яратҡан баянын ҡулына алып, Миңзифаһын йырлата. — Мин дә мәҙәниәткә ғашиҡ ғаиләлә тыуып үҫтем. Әсәйем Ғилминур Сөләймән ҡыҙы бик матур йырлай торғайны, атайым Миҙәхәт Лотфуллин – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Шуға күрә йыр-моңға булған һөйөүөм әсәйемдән күскәндер, тием. Мәктәп йылдарында, йәшлек саҡтарында ла йырланым, балалар тыуғас, уларҙы бишек йырҙары менән йоҡлатыр инем. Элек ни кеше ҡунаҡ саҡырышып, ауылдарҙа округтар концерт ҡуйыр ине, шунда ҡатнаша торғайным Тыуған ауылыма ҡайтҡас, клубта ойошторолған мәҙәни сараларға саҡыра башланылар, аҙаҡ ансамблдәргә ҡушылып киттем, иптәшем баянда уйнаһа, мин йырлайым. Аҡрынлап төрлө йыр конкурстарында ҡатнашырға батырсылыҡ иттем. Быйыл Баймаҡ районында үткәрелгән Бибисара Азаматова һәм Рамазан Йәнбәков исемендәге йыр конкурстарында ҡатнашып, икеһендә лә 3-сө урын яуланым. Эстрада, ретро йырҙарҙы ла яратып башҡарам, башҡорт халыҡ йырҙарынан бигерәк тә “Шәүрә килен”, “Етеле шәм”, “Зөлхизә” не йырлайым. Үҙемә оҡшаған йырҙы радио йәки телевизорҙан ишетеп ҡалһам, уны табып өйрәнәм. Һыйыр һауғанда , һөт борғанда булһынмы, кер йыуғанда ла ниндәйҙер йырҙы йырлап ултырмаһам, күңелем булмай, – ти Миңзифа ханым. Шуныһы ҡыуаныслы: моңло ғаиләнең традицияһын дауам итеп кесе улдары Сыңғыҙ ҙа сәнғәт юлын һайлаған. Ул тәүҙә Сибай сәнғәт колледжында белем алып, әле Өфө сәнғәт дәүләт академияһында уҡый. Автор фотоһы һәм видеоһы