Нефтекама ҡалаһында косметология хеҙмәттәре баҙарында ун йыл эшләүсе “КосмоМед” клиникаһы энәле радиолифтинг аппараты алды. 1,5 миллион һумлыҡ льготалы займды уға Башҡортостан микрокредит компанияһы бирҙе. Был ярҙам сараһы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына (нац.проект «Эффективная и конкурентная экономика») ярашлы күрһәтелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында. Инновациялы технологияларҙы файҙаланыу клиникаға клиенттарҙы хеҙмәтләндереүҙе юғары кимәлдә тоторға һәм уның позицияларын медицина хеҙмәттәре баҙарында нығытырға ярҙам итәсәк. – Хәҙерге иҡтисади шарттарҙа микрокредит дәүләт ярҙамының һорау менән файҙаланған инструменты булып тора. Эшҡыуарҙарға тейешле средстволарҙы оператив рәүештә алыу мөһим, бындай мөмкинлекте микрофинанслау механизмы бирә ала, – тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. – Косметология оҙайлы үҫеш юлы үтте. Тар белгеслектән медицинаның киң тармағына әүерелде. Үҙемдең эшемде асыу идеяһы