Башҡортостанда «Киләсәккә билет» һөнәри йүнәлеш биреүҙең берҙәм моделе сиктәрендә һөнәри һынауҙар үткәреү өсөн майҙансыҡтар әҙерләү этабы башланды. Был проект «Йәштәр һәм балалар» милли проектының (национальный проект «Молодежь и дети») «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәгенән. Төбәктең колледждары һәм юғары уҡыу йорттары һөнәри һынауҙар үткәреү майҙансыҡтары булып сығыш яһаясаҡ. Һөнәри һынауҙар уҡыусылар өсөн төрлө һөнәрҙәр менән танышыу, ғәмәли тәжрибә алыу һәм үҙ ҡыҙыҡһыныуҙарын һәм һәләттәрен яҡшыраҡ аңлау өсөн уникаль мөмкинлек бирә. Майҙансыҡтар ҡатнашыусылар өсөн мөмкин тиклем һөҙөмтәле һәм уңайлы шарттар булдырыу өсөн юғары сифат һәм хәүефһеҙлек стандарттарын иҫәпкә алып әҙерләнә. “Һөнәри һынау – мәктәп уҡыусыларына үҙ потенциалын асыу һәм киләсәк һөнәрен билдәләү өсөн уникаль мөмкинлек. Беҙ һәр ҡатнашыусы үҙен төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарай һәм тәжрибәле остаздар етәкселегендә ҡиммәтле тәжрибә