Өфөләге “УТЕКО” компанияһы үҙ эшмәкәрлегенә һаҡсыл етештереү ҡоралдарын индерә башлап, “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ҡараған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектының Башҡортостандан 201-се ҡатнашыусы булараҡ теркәлде. Был хаҡта хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге Төбәк компетенциялар үҙәгенән хәбәр иттеләр. “УТЕКО” ятҡылыҡтарҙы йыһазландырыу өсөн нефть-газ ҡорамалдарын проектлау һәм етештереүҙә махсуслашҡан. Объекттарҙа монтаж, сервис, төҙөлөш эштәрен комплекслы алып бара. Етештереү-инжиниринг компанияһы технология ҡорамалдарын етештереп ҡуйыуҙы теүәл ваҡытында үтәү, проект документтары буйынса процестарҙа юғалтыуҙарҙы кәметеү бурыстарын атҡара. – “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” проектында ҡатнашыу уға эске логистиканы ҡулайлаштырыу, бүлексәләрҙең функция-ара бәйләнеше сифатын күтәреү мөмкинлеген бирәсәк, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәй