Илебеҙ күрке, сираттағы өлгөлө ғаилә – Нотфуллиндар ғаиләһе. Нотфуллиндар ғаиләһен тыуған райондарында татыулыҡ, эшһөйәрлек һәм әүҙем тормош өлгөһө, тип йөрөтәләр. Йәшеллеккә күмелгән матур Дыуан районы Ҡаракүл ауылының йәме булған Нотфуллиндар ғаиләһе хаҡлы рәүештә өлгөлө тип атала. Был йортта йылылыҡ, ихтирам һәм бер-береңде аңлау йәшәй. Һәр уңыш – мөхәббәт, бергә тырышып йәшәү һәм бер-береңә терәк-таяныс булыу күрһәткесе. Ғаилә башлығы – Ильяс Нотфуллин, “РЭЙД-21” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә сауҙа вәкиле булып эшләй. Эше күп булыуға ҡарамаҫтан, ул ғаиләһе өсөн ваҡыт таба, өҫтәүенә спорт менән мауыға. Айырыуса волейбол уйнарға ярата һәм район кимәлендәге ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Ильястың сәләмәт йәшәү рәүеше, сәмле холҡо балалар өсөн генә түгел, ауылдаштары өсөн дә күркәм өлгө. Ильястың тормош иптәше – Дилара, Мәсәғүт ауылындағы үҙәк район дауаханаһында эшләй. Изге күңелле, йомшаҡ ҡуллы шәфҡәт туташына халыҡ та ҙур хөрмәт менән ҡарай. Һөнәре, хеҙмәте ни тиклем генә ҡатмарлы булм