"Таулыҡай ауыл биләмәһенең Сыңғыҙ ауылы 2024 йылда Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Сәләмәт ауыл» проектында 2-се урын алып, 30 000 һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булғайны.Ошо аҡсаға Сыңғыҙ менән Буранбай ауылдарын тоташтырған баҫмаға капиталь ремонт эштәре башҡарылды. Ремонт эштәрен башҡарыусы Сәитов Йәмил, Ибраһимов Радик һәм Уразбаев Риф ағайҙарға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм!" - тип хәбәр итте Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаев. Әйткәндәй, быйыл "Сәләмәт ауыл" конкурсында Таулыҡай ауыл биләмәһенән Буранбай ауылы ҡатнаша.
"Таулыҡай ауыл биләмәһенең Сыңғыҙ ауылы 2024 йылда Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Сәләмәт ауыл» проектында 2-се урын алып
28 июня 202528 июн 2025
~1 мин