Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан ҡаҙаныштары ғорурландыра

Әлеге ваҡытта Екатеринбургта сәнәғәт күргәҙмәһе үтә, унда 50-нән ашыу илдән һәм илебеҙҙең 14 төбәгенән вәкилдәр килгән. Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы ла саранан ситтә ҡалманы һәм Башҡортостанда башҡарылған иң шәп эштәрҙе күрһәтте! Ә был: - Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең М105 авиация двигателе; - “Уфимец” һәм “Росхим” ғилми-етештереү ойошмаларынан инновацион адсорбенттар һәм катализаторҙар; - Салауатта яңы полимер производствоһы проекты; - пилотһыҙ аппараттар, химия, машиналар эшләү һәм энергетика өлкәһендәге эшләнмәләр. РФ Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин беҙҙең ҡаҙаныштар менән шәхсән танышты һәм күргәндәренән ҡәнәғәт ҡалды, Башҡортостанда ныҡлы ғилми мәктәп, көслө нефть химияһы һәм машиналар эшләү булыуын билдәләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан өс йыл дауамында Рәсәйҙең сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урынды биләне. Бер нисә көн эсендә форумда: - Тула, Омск, Киров һәм Красноярск өлкәләре менән хеҙмәттәшлек тураһында к

Әлеге ваҡытта Екатеринбургта сәнәғәт күргәҙмәһе үтә, унда 50-нән ашыу илдән һәм илебеҙҙең 14 төбәгенән вәкилдәр килгән. Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы ла саранан ситтә ҡалманы һәм Башҡортостанда башҡарылған иң шәп эштәрҙе күрһәтте! Ә был: - Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең М105 авиация двигателе; - “Уфимец” һәм “Росхим” ғилми-етештереү ойошмаларынан инновацион адсорбенттар һәм катализаторҙар; - Салауатта яңы полимер производствоһы проекты; - пилотһыҙ аппараттар, химия, машиналар эшләү һәм энергетика өлкәһендәге эшләнмәләр. РФ Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин беҙҙең ҡаҙаныштар менән шәхсән танышты һәм күргәндәренән ҡәнәғәт ҡалды, Башҡортостанда ныҡлы ғилми мәктәп, көслө нефть химияһы һәм машиналар эшләү булыуын билдәләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан өс йыл дауамында Рәсәйҙең сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урынды биләне. Бер нисә көн эсендә форумда: - Тула, Омск, Киров һәм Красноярск өлкәләре менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙылар; - Ҡытай автогиганты BYD менән хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килештеләр; - Һаҡлыҡ банкы Башҡортостан предприятиеларына ярҙам итеүҙең яңы стратегияһын әҙерләне; - 5,5 миллиард һумға нефть һәм газ, радиоэлектроника һәм машиналар эшләү өлкәһендә яңы производстволар асыу тураһында һөйләшеүҙәр башланды. Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.