Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарының торлаҡ йорттарын яраҡлаштырыу дауам итә. Фондтың республика филиалында адаптацияға 123 ғариза ҡабул ителгән (2025 йылдың 23 июненә мәғлүмәттәр буйынса). Уларҙың 104-е буйынса махсус комиссия биналарҙы тикшерҙе. 35-е яраҡлаштырылған, ҡалғандары буйынса эш дауам итә. Торлаҡты уңайлыраҡ итеү мөмкинлеге хаҡында Балтас районының Иҫке Балтас ауылынан Илмер Фәрраховҡа «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан буйынса филиалы социаль координаторҙары Гүзәл Бухина һәм Гөлшат Нурҡаева һөйләгән. Улар уҡ ветеранға ғариза бирергә һәм кәрәкле документтарҙы рәсмиләштерергә ярҙам иткән. Инвалидтар ихтыяжы өсөн торлаҡ биналарҙы тикшереү буйынса махсус комиссия Илмер Фәрраховҡа кәрәкле ҡорамалдарҙы һайларға ярҙам итте. Ветеранға төтөн, һыу, газ датчиктары менән «Аҡыллы йорт» системаһын ҡуйғандар, махсус эш урыны йыһазландырғандар, функциональ кресло һәм робот-пылесос биргәндәр. «Аҡыллы йорт» смартфон һәм электр приборҙары менән идара итеү колонкаһы ме
Балтас районынан МХО ветеранының йортон уңайлаштырҙылар
23 июня 202523 июн 2025
1 мин